Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Декабрь 2017, 12:27

ХЫЯЛДАРЫ ӘЙЛӘНЕР ЫСЫНҒА

Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тигән һүҙҙәр Ленария хаҡында әйтелгәндәй.

Тормош ауырлығына, эш юҡлыҡҡа һылтанып, шешә төбөнә “сумыусылар”, көнкүреш мәшәҡәттәрен күтәрә алмай, еңел тормош эҙләп, ғаиләһенән ваз кискәндәр барлығы күңелде ҡыра. Әммә тормошто һөйгән, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылған, ижадтары менән йәшәүебеҙгә йәм өҫтәгәндәр күберәк булыуы һөйөндөрә. Физик мөмкинлеге сикле булып та, һау-сәләмәт булғандарҙың күптәренә үрнәк булғандар ҙа бихисап. Һүҙем шундайҙарҙың береһе – Үрген ауылында йәшәүсе Рәсилә һәм Айрат Солтанбаевтарҙың йортона йәм һәм йән өрөүсе кинйә ҡыҙҙары – Ленария тураһында.
Ленария ҡул эштәренә бәләкәйҙән өйрәнә. Ырғаҡ тоторға апаһы Зилиә өйрәтһә, бәйләү оҫталығын мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә камиллаштыра. Ҡыҙ 10 йәштәр самаһында үҙ аллы башлап башлыҡ бәйләй. Ә иң күләмле эше – балалар кофтаһы була. Хәҙер инде Ленарияның оҫта ҡулдары тыуҙырған матурлыҡтың иҫәп-хисабы ла юҡ. Өйҙәрендәге ултырғыстарҙағы япмаларҙың береһе лә ҡабатланмай, береһенән-береһе матур. Ә карауат янына иҙәнгә түшәргә бәйләгән түшәге, ә пледы ниндәй һуң әле?! Өҫтөнлөктө ырғаҡ менән бәйләүгә бирәм, тиһә лә, Ленарияның энә менән бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәре, селтәр шәлдәре, кофталары һәм башҡа бик күп төрлө ҡул эштәре үҙенсәлекле, ә биҙәктәре һәр кемдең ҡулынан килерлек түгел.
– Миңә ябай әйберҙәрҙе бәйләү, кемдер бәйләгәнде ҡабатлау ҡыҙыҡ түгел, – ти Ленария. Ул Интернет селтәренән ятыраҡ биҙәктәрҙе эҙләй, өйрәнә, ҡайһы саҡ үҙе лә уйлап сығара. Ҡул эштәренең күпселеген бүләк итһә лә, заказ буйынса бәйләп, файҙаһын да күрә.
Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле, тигән һүҙҙәр Ленария хаҡында әйтелгәндәй. Үҙ алдына һәр саҡ йырлап йөрөгән ҡыҙ округтар араһында барған смотрҙа сәхнәгә сыға. Ауылдаштары сығышын бик йылы ҡабул итә һәм Ленарияға күп йылы һүҙҙәр, рәхмәт әйтә. Башҡа һәләттәренә килгәндә, ул ҡатын-ҡыҙ эштәренең барыһын да белә һәм бынамын итеп башҡарып ҡуя. Яҫтыҡ, юрған тыштары, йәймә кеүек ҡаралтыларҙы ла үҙе тегә. Ә ул бешергән берәй тәмлекәс Солтанбаевтарҙың табынында һәр саҡ була. Ҡунаҡ табыны әҙерләү ҙә уның өсөн бер ни тормай, “һә!” тигәнсә бешеренеп-төшөрөнгән ҡыҙҙың ләүеш-ҡаластары уңа, ризыҡтары бик тәмле килеп сыға. Ул ғына түгел, ауырыҡһынып торған мал-тыуар, ҡош-ҡорт та Ленарияның хәстәренән тиҙ арала аяҡҡа баҫа.
– Атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен. Әсәйем тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тормоштоң йәмен татып йәшәргә, тәмле итеп бешерергә өйрәтте. Яңыраҡ унан шәл сите бәйләү серҙәрен өйрәндем һәм икәүләшеп, мин – ситтәрен, әсәйем уртаһын бәйләп, бер шәл өлгөрттөк. Ә атайым иһә квадроциклда йөрөргә өйрәтте. Хәҙер буш ваҡытым булғанда квадроциклға ултырып, урам буйлап йөрөп ҡайтыу ҙа яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Әле машина йөрөтөргә өйрәнәм. Киләсәктә уҡып, водитель таныҡлығы алырға тигән хыялым да бар, – тине Ленария.
Салауат педагогия колледжын, ә торараҡ массажсылар әҙерләү курсын тамамлаған Ленарияның эшкә урынлашырға теләге ҙур. Тик әлегә эш булмағас, күпселек ваҡытын яратҡан шөғөлдәренә арнай һәм киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй: “Матур хыялым бар, ул хаҡта әлегә әйтмәйем. Минең хаҡта киләһе мәҡәлә тап шул хыялым тормошҡа ашҡас булыр,” – тине серле йылмайып.
Был тырыш ҡыҙҙың ниәттәре ысынбарлыҡҡа әйләнеүенә шикләнмәйем. Уңыштар һиңә, Ленария!
Читайте нас: