Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Декабрь 2017, 11:58

УҢАЙЛЫМЫ МӨХИТ?

Районда 400-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле объект, шул иҫәптән 255 – сауҙа, 51 – һаулыҡ һаҡлау, 88 – мәҙәниәт, 38 – идаралыҡ, 31 – мәғариф, 16 – почта элемтәһе һ.б. объекттар иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе махсус уңайлыҡтар булдырыуҙы талап итә. Әлбиттә, хәл яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы, был айырыуса район үҙәгендә күҙгә ташлана. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.

3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде. Ул 1992 йылда БМО Генераль Ассамблеяһында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тап булған проблемаларға бөтөн илдәр халыҡтарының иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында иғлан ителә. Был байрам түгел, ә инвалидтарға айырым иғтибар һәм ярҙам көнө.
Инвалидтарға ғәҙәти тормош алып барыу өсөн кешеләр яғынан ярҙам кәрәк. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың үҙ теләктәре, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары бар. Улар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу һәр ҙур ауылда (ә ҡалаларҙы әйтәһе лә түгел) иң мөһим бурыстарҙың береһенә әйләнде. Һис шикһеҙ, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бара алырға тейеш. Сөнки инвалидҡа ла дауаханаға, халыҡты социаль яҡлау бүлегенә, Пенсия фонды бүлексәһенә, уҡыу йортона, почтаға, магазинға, бөҙрәханаға барырға, байтаҡ йомошон йомошларға тура килә. Әйткәндәй, район территорияһында 400-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле объект, шул иҫәптән 255 – сауҙа, 51 – һаулыҡ һаҡлау, 88 – мәҙәниәт, 38 – идаралыҡ, 31 – мәғариф, 16 – почта элемтәһе һ.б. объекттар иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе махсус уңайлыҡтар булдырыуҙы талап итә. Әлбиттә, хәл яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы, был айырыуса район үҙәгендә күҙгә ташлана. Теге йәки был учреждениелар күтәрмәһенә пандустар ҡуйыла, һис юғы саҡырыу төймәләре менән йыһазландырыла. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Берәүҙәр, ишек төбөнә ике швеллер һала ла эш бөттө, тип иҫәпләй. Ә инвалид арбаһы унан күтәрелә аламы-юҡмы – был турала уйланмай. Пандустар ҡуйыу иһә инвалидтарҙың күп һанлы проблемаларын хәл итеүҙә тәүге аҙым булып тора.
– Һәр кеше, шул иҫәптән балалар ҙа һаулыҡ торошона ҡарамаҫтан, үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп иҫәпләргә тейеш, – ти район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Р. Ҡунаҡбаев. – Был хаҡта ойошма-учреждениелар етәкселәре менән үткәрелгән кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа әленән-әле әйтеп, етешһеҙлектәргә төртөп күрһәтеп торабыҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ үткәрелгән рейд һөҙөмтәләренән күренеүенсә, район мәҙәниәт йорто, район дауаханаһы, халыҡҡа социаль ярҙам бүлеге, эске эштәр бүлеге, мәшғүллек үҙәге, “Салауат” ФСК-һы, КУС биналары, “Азия”, “Детский мир”, “Магнит”, “Пятерочка” магазиндары талаптарға ярашлы пандустар менән йыһазландырылған.
Рауил Ғибәт улы билдәләүенсә, етешһеҙлектәр ҙә байтаҡ. СниП буйынса ишектең киңлеге кәмендә 900 мм, бер пандустың бейеклеге кәмендә 0,8 м булырға, ауышлығы 8 градустан артмаҫҡа, таянғыстар 0,7–0,9 м бейеклектә булып, пандустың ике яҡ башынан 30 см сығып торорға тейеш. Әммә был талап 48-се дауаханала, мәғариф бүлегендә, үҙәк китапханала, Иҫәнғол ашханаһында һәм кафеһында, Пенсия фонды идаралығында, күп функциялы үҙәктә, МР хакимиәтендә, “Универсам”, “Сәләм” магазиндарында, “Фармленд” дарыуханаһында, Иҫәнғол ауыл биләмәһендә, поликлиникала һ.б. үтәлмәй.
Рейд барышында предприятиелар, учреждениелар етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар менән ошо йәһәттән әңгәмәләр үткәрелгән. Эшҡыуарҙар В. Ишәев (“Вега”), Ф. Ишбирҙин (“Авторитет”), Н. Баҙарғолова (“21-се быуат”), “Полушка” 2018 йылдың 1 майына ҡәҙәр пандустарҙы талаптарға яраҡлы хәлгә килтерергә вәғәҙәләнеләр. Әлегә саҡырыу төймәһе генә булған Һаҡлыҡ банкы етәкселеге киләһе йылдың икенсе кварталында пандус ҡуймаҡсы.
– Әлбиттә, ярҙам программалар сиктәрендә генә булырға, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлыҡ бер көн менән генә сикләнергә тейеш түгел. Беҙҙең көндәлек хәстәрлек бындай кешеләргә бер аҙ ваҡытҡа ғына булһа ла ауырлыҡтар тураһында оноторға ярҙам итергә, уларҙың күңелдәренә йылылыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәргә тейеш, – тип йомғаҡланы Рауил Ғибәт улы.


ҺАНДАР ҺӘМ ФАКТТАР
Районда 2280 инвалид бар, шуларҙың 113-ө – бала, 55-е – коляскала ултыра.
Читайте нас: