+4 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Социаль өлкә
5 Декабрь 2017, 19:00
ИҢ МАТУР ТАНТАНА
Район балалар табыу йортонда, иҫтәлекле даталар айҡанлы, яңы тыуған сабыйҙарҙы тантаналы теркәү йолаға әйләнде.
Район балалар табыу йортонда, иҫтәлекле даталар айҡанлы, яңы тыуған сабыйҙарҙы тантаналы теркәү йолаға әйләнде. Әсә көнөндә лә был сара ойошторолдо. Бәхетле йәш атай-әсәйҙәрҙе тормоштарының яҡты көндәре менән район ЗАГС бүлеге мөдире Юлиә Каракенова, район хакимиәтенең йәштәр эше, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге етәксеһе Венер Сабитов ҡотларға килде, йылы һүҙҙәр һәм матур теләктәр менән сабыйҙарҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын, тәбрик хаттарын, бүләктәр тапшырҙы.
Әйткәндәй, Күгәрсен ауылынан йәш ғаилә Миләүшә һәм Рузил Мозафаровтарҙың тәүге бәпесе, ҡыҙға улар Руфина тигән исем һайлаған. Юлиә һәм Насир Бикбовтар иһә икенсе сабыйҙарын табыу шатлығын кисерә һәм уға Мөхәммәт исемен ҡушҡандар. Ҡулдарына сабыйҙарҙы тотҡан атайҙарҙың йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыны, кәләштәрҙән сабырлыҡ, рух бөркөлә ине.
Балалар – дәүләттең байлығы, ғаиләнең хазинаһы. Күп балалы ғаиләләргә хөкүмәт әленән-әле ярҙам программалары уйлап сығара. Тырыш һәм булдыҡлы ғаиләләр үҙҙәре лә балалар үҫтерергә ынтыла. Был донъяла кеше ғүмере емеш ағасына оҡшаш – мәлендә сәскә атып ҡалырға тейеш. Сабыйҙар һау-сәләмәт булып, ата-әсә наҙын, ҡурсалауын тойоп, ырыҫлы булып үҫһен!
Читайте нас:
Беҙҙең Телеграм-каналға рәхим итегеҙ!
Ошонда баҫып, беҙҙең каналға рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять