Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Декабрь 2017, 18:59

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ – ЯҢЫ ӨЙҘӘ

Район үҙәгендә “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең клиентлыҡ офисы асылды.

4 декабрҙә район үҙәгендә электр энергияһын ҡулланыусылар өсөн “Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең клиентлыҡ офисы асылды.
Ул бик ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлөп сафҡа ингән бинала урынлашҡан. Офисты асыу тантанаһына МР хакимиәте башлығы Ә. Байсурин, «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәтенең генераль директоры А. Травкин, МР хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары М. Ваһапов, Иҫәнғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Мәсәғүтов һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа килде. Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хөрмәте МР хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсуринға һәм «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» йәмғиәтенең һатыу буйынса генераль директоры Андрей Травкинға бирелде.
– Иҫәнғолда ошондай бөтә уңайлыҡтары булған офистың асылыуы – район халҡы өсөн Яңы йыл бүләге булды, был беҙҙең өсөн ҙур һәм ҡыуаныслы ваҡиға. Быға тиклем улар РЭС менән бергә “йәшәйҙәр” ине. Клиенттар өсөн уңайһыҙ булды. Иң мөһиме – төбәгебеҙҙә халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, – тине Әлфәрис Сәлихйән улы.
«Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының электроэнергияны күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу баҙарында перспективалы, әүҙем үҫешкән компания, яуаплы тәьмин итеүсе. Был ойошма быйылғы йылда 10 яңы офис асты, аҙаҡҡыһы – беҙҙең Иҫәнғолда. Киләһе йылда 18 офис төҙөүҙе планлаштыралар.
Офисҡа килеүселәрҙе уңайлы хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған, эш урындары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Клиенттар бында компания эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап таба, иҫәп приборҙары күрһәткесен сағыштыра, иҫәпләү документтары ала, килешеүҙәр төҙөй ала. Ейәнсура клиентлыҡ офисы үҙенең клиенттарын ҡабул итә башланы ла инде, МР хакимиәте башлығы Ә. Байсурин һәм Иҫәнғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Мәсәғүтов тәүгеләрҙән булды.
Читайте нас: