"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Декабрь 2017, 13:48

ФАТИРҘАР ҠОТЛО БУЛҺЫН!

Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең бәләкәй залында йәш ғаиләләргә субсидия сертификаты, һәм етем балаларға әҙер фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең бәләкәй залында йәш ғаиләләргә субсидия сертификаты, һәм етем балаларға әҙер фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды. Унда район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин, уның торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Мөнир Ваһапов ҡатнашты. “Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш комплексы һәм архитектура” программаһы сиктәрендә, бала тыуыу, йә баланы уллыҡҡа алыу сәбәпле, ете йәш ғаиләгә дөйөм суммаһы 1476,3 мең булған социаль түләм тураһында таныҡлыҡ бирелде.
Әйткәндәй, етем балаларҙың күбеһе никахта, был бәхет насип булған ғаиләләр барыһы ла әүҙем тормош алып бара – балалар тәрбиәләй, уҡый, эшләй. Опекундарынан һораштырыуҙан күренеүенсә, фатирға сиратҡа документтар йыйыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡтар булмаған, әҙер торлаҡ алыу өсөн бер нисә йыл көтөү ҙә донъя мәшәҡәттәре менән һиҙелмәй ҙә үткән.
Рәсми өлөш тамамлағандан һуң сарала ҡатнашыусылар автобусҡа ултырып, Яңы Павловкалағы өр-яңы фатирҙарға йүнәлде. Яңы торлаҡтарҙың һәр береһен район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин үҙ ҡулдары менән асып бирҙе. Беҙ, килеүселәр, йәһәт кенә фатир эсенә күҙ йүгерттек. Заманса тәҙрәләр, ишектәр, электр менән йылытылыусы радиаторҙар, плитә, ҡулйыуғыстар, электр уты, һыуыҡ һәм йылы һыу бар, канализация эшләй, стеналарға обой йәбештерелгән, иҙәнгә һәйбәт япма түшәлгән. Залды икегә бүлергә мөмкин, ванна менән бәҙрәф өсөн айырым бүлмә ҡаралған. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер ҡыйыҡ аҫтында ике фатир урынлашҡан был йорттарҙа бөгөндән инеп донъя көтөп алып китергә мөмкин. Яҡында ғына “Дуҫлыҡ” паркы, “Магнит” магазины, дауахана. Фатир хужаларына хәҙер йорттарын үҙ исемдәренә рәсмиләштереп бөтөп, коммуналь хеҙмәттәргә түләү тәртибе менән танышырға ғына ҡала. Тантана сәбәпселәре алда торған Яңы йыл байрамын өр-яңы йортта ҡаршылау ниәте менән ҡыуанып таралышты.

Беҙҙең районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж етем балалар, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар бөгөн –112 һәм улар дәүләт ярҙамына сиратта тора. 2015 йылда – 8, 2016 йылда –14 , 2017 йылда 14 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Читайте нас: