Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
31 Ғинуар 2018, 17:40

ТОРМОШТАН – ЙӘМ, ЭШТӘН ТӘМ ТАБАЛАР

Йәштәрҙең ауылдарҙа төпләнмәүе оло проблемаһы булып тора. Кемдер – эш, аҡса юҡлыҡты, кемдер күңелһеҙ тормошто сәбәп итә. Ә Үрге Мәмбәтша ауылында йәшәүсе Хәлил һәм Рәмзиә Ҡәҙербәковтар иһә ауылда төпләнергә ҡарар итә.

Йәштәрҙең ауылдарҙа төпләнмәүе республикабыҙҙың оло проблемаһы булып тора. Кемдер – эш, аҡса юҡлыҡты, кемдер күңелһеҙ тормошто сәбәп итә. Ә Үрге Мәмбәтша ауылында йәшәүсе Хәлил һәм Рәмзиә Ҡәҙербәковтар иһә, ҡалала йәшәп-эшләп ҡарағандан һуң, ҡала тормошо улар өсөн түгеллеген, ауылда ла бынамын тигән итеп тормош ҡорорға мөмкин икәнлеген аңлап, ауылда төпләнергә ҡарар итәләр.
Тамырҙары Үрге Мәмбәтшанан сыҡҡан Ҡыуандыҡ ҡалаһы ҡыҙы һәм Үрге Мәмбәтша егете ауыл клубында танышып китә. Байтаҡ осрашып йөрөгәндән һуң улар сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә. Гөрләтеп туй үткәрәләр. Тәүҙә Ҡыуандыҡта йәшәп ҡарайҙар, Хәлилгә ҡапыл да ғына эш булмай, уға вахтала эшләргә тура килә. Рәмзиәгә балалар менән яңғыҙы донъя көтөүе ҡыйын икәнен күреп-аңлап йөрөй тормош иптәше, ахырҙа, ауылда төпләнәләр. Хәлил йөк машинаһы менән материалдар ташып аҡса эшләй, мал тоталар. Өс йыл эсендә һалып сыҡҡан өйҙәрен “Әсәлек капиталы” менән башлайҙар. 2016 йылда йәштәр программаһы буйынса сертификат алалар, ул да бик ҙур ярҙам була. Өйҙәрен төҙөгән ваҡытта атай-әсәйҙәре, туғандарының ярҙамын да бик ныҡ тоя йәш ғаилә. ”Ике туған ағайым төҙөлөш эштәрендә ярҙам итһә, ҡайным-ҡәйнәм өйҙө эстән штукатуркалап, обой йәбештереште. Күп эштәр өмә ярҙамында башҡарылды, – тип һөйләй ғаилә башлығы. – Бер-беребеҙгә ярҙам итмәйенсә йәшәп булмай ауыл ерендә”. Өйҙөң һәр мөйөшө ентекләп уйлап эшләнгән, ҡаласа уңайлыҡтар булдырылған. Бар гүзәллек – Хәлил һәм Рәмзиәнең ҡул эше, фантазияһы емеше. Кәрәк урында мал-тыуарын да һатып тотона улар. Әлбиттә, шуның өсөн аҫырайһың да бит инде уларҙы. Бындай ҙур йортто күтәреү өсөн йәш ғаиләгә тырышып мал-тыуар аҫрарға ла, башҡа төрлө аҡса эшләү юлдарын да табырға тура килә. Уларҙың байтаҡ һыйыр малы, аттары, 50-ләгән ваҡ малы бар. Рәмзиә ҡымыҙы өсөн өс һауын кәзәһе лә аҫырай. Ҡышлыҡта шифалы бал менән сәй эсер өсөн, ике умарталары ла бар. Хәлил ағас эше менән булыша, йәй мунса бурап, көҙ утын әҙерләп һата. Рәмзиә лә иптәшенең эшләп-тапҡанын көтөп ултырмай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәренән арынып, матур-матур итеп биҙәп торттар бешерергә лә ваҡыт таба. Уларҙы Үрге Мәмбәтша ла ғына түгел, күрше тирә-яҡ ауылдарҙан да заказ биреп бешертеп алалар.
Балаларын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй йәш ата-әсә. Улдары Артурға 12 йәш, мал йәнле малай. Атаһына мал ҡарашырға ярата, һарай тирәһендә бик ҙур ярҙамсы. Киләсәктә мал табибы булырға хыяллана. Артурҙың 2015 йылда башлаған мал-тыуарҙың иҫәбен алып барған журналын да бик ғорурлыҡ менән күрһәттеләр. Унда һәр йорт малының ни исемле, нисә йәш, ҡасан быҙаулаған, йә бәрәсләгән, үлһә ни сәбәптән үлгәне бик ентекләп тасуирлап яҙылған. Ауылда башланғыс мәктәп кенә булғас, Артур Яңыбайға йөрөп уҡый, шуға ла фото төшөргә өлгөрмәй ҡалды. Әлеге ваҡытта 3-сө класта уҡып йөрөгән Розалина ла бик егәрле ҡыҙ булып үҫеп килә. Әсәһенә торттар бешерешергә лә, биҙәшергә лә өлгөрә, аш бүлмәһенән сыҡмай ярҙам итә.
Ауылда йәшәгәс тә бик күңелһеҙҙер инде, тип уйлаусыларға әйтеп үтәм, күңелһеҙләнергә ваҡыттары ла ҡалмай йәш ғаиләнең. Ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй улар. Рәмзиә Яңыбай ауыл хакимиәтенең йәштәр эше буйынса етәксеһе булып тора. Уның командаһында 7 кеше бар. Ауылда, биләмәлә сараларҙы ойоштороп ең һыҙғанып эшләй. Алыҫ булһа ла район кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт табалар. Йәштәр араһында “Һау бул, йәй!”, Яңы йылды ҡаршылау, “Урам ярыштары” һ.б. бик күңелле итеп үткәргән улар. “Беҙҙә йәштәр бик дәртле, уларһыҙ бер нимә лә килеп сыҡмаҫ ине, – тип һөйләй үҙенең йәмәғәт эше тураһында Рәмзиә. – Мин үҙем тирҙа атырға яратам, мөмкинлек булғанда, бер спорт ярышын да ҡалдырмайым”. Ә Хәлил бына алтынсы йыл инде ауыл старостаһы йөгөн тарта. Ауыл проблемалары, халыҡ йомошо менән ауыл хакимиәтенә сыға. Тағы ла ауылдаштары ышаныс белдереп, Йәштәр урамының депутаты итеп икенсе мөҙҙәткә һайлаған.
“Ауылда үҙең эшләмәһәң, йәшәп булмай. Мал көсө менән йәшәйбеҙ. Йәй эш күп, аҡса ла була. Ҡыш эш юғыраҡ”, – ти эшһеҙ ултырырға яратмаған ғаилә башлығы. Әлбиттә, һәр кеше киләсәккә пландар ҡора, ниндәйҙер уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ҡәҙербәковтарҙың да бар ундай уй-хыялдары, оло теләктәре. Шуларҙың иң мөһиме һәм иң ҙурыһы – балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, уларға дөрөҫ тәрбиә биреп, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү. Тағы ла уларға ауылда өй һалып, киләсәктә мал-тыуарҙы тағы ла ишәйтеү. Бына шундай уйҙар менән йәшәй Үрге Мәмбәтша ауылының киләсәге, тотҡаһы, күрке булған йәш ғаиләләрҙең береһе. Бәхет ҡояшы тап ана шунда ҡыйыу һәм тәүәккәлдәргә йылмаялыр ҙа инде.
Читайте нас: