"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Март 2018, 16:53

Ейәнсура районында 2011-2017 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыу муниципаль берәмектәрҙең, шул иҫәптән Ейәнсура районының инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыу муниципаль берәмектәрҙең, шул иҫәптән Ейәнсура районының инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән.
2011-2017 йылдарҙа программаны тормошҡа ашырыу осоронда район иҡтисадына финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтарынан 5,6 млрд һум инвестицияланды. Уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 109,0% тәшкил итте.
Отчет осоронда 73,8 мең кв.м торлаҡ төҙөлөп ғәмәлгә индерелде, уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 99,2 % тәшкил итте.
2018 йылдың 1 ғинуарына ҡаланың ҙур һәм урта предприятиелары буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы 22,6 мең һум тәшкил итә, был 2010 йылғы кимәлдән 2,1 тапҡырға күберәк.
Эшһеҙлек кимәле 2017 йыл аҙағына – 0,9%. 2010 йылға ҡарата 2,7 тапҡырға кәмегән.

Инвестиция үҫеше
Программаны ғәмәлгә ашырыу осоронда райондың социаль һәм инженер инфраструктураны үҫтереүгә шаҡтай аҡса йүнәлтелде.
– 1 балалар баҡсаһы;
– 1 мәктәп;
– 3 ФАП;
– блок ҡаҙанлығы төҙөлдө.
2 күпер төҙөлдө, Байыш ауылында 1 күпер төҙөлә. 23,9 км оҙонлоғонда юл төҙөү тамамланды.
Ейәнсура районының инвестиция программаһы 46 инвестиция проектын үҙ эсенә ала. 38 инвестиция проекты ғәмәлгә индерелде, шуларҙан иң ҙурҙары:

Иҫәнғолда ҡояш электр станцияһы (9 МВт) төҙөү;
  • ·«Забота» сауҙа йорто төҙөү;
  • ·Организация овцефермы на базе «Маяҡ» МУАХП-һы базаһында һарыҡсылыҡ фермаһын ойоштороу;
  • «Аманат» ЯСЙ-һы базаһында аҙыҡ ярым фабрикаттарын етештереү;
  • «Аманат» турист-күңел асыу үҙәген ойоштороу;
  • ·1280 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһын (беренсе сират) төҙөү.
    Инвестиция проекттарын һәм Программа сараларын тормошҡа ашырыу барышында муниципаль район территорияһында 1198 эш урыны булдырылды.
    6 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла һәм планлаштырыла:
    · «КФХ Новопетровское» ЯСЙ-һы базаһында мал һимертеү майҙансығы ойоштороу;
  • · “Маяҡ” ЯСЙ-һы базаһында һарыҡсылыҡ кластеры ойоштороу;
  • · «А7 Агро РБ» ЯСЙ-һының айырымланған Ейәнсура бүлексәһен үҫемлекселек һәм һөт малсылығы өлкәһендә үҫтереү;
  • · Иҫәнғолда төҙөлөш материалдары һатыу магазины төҙөү;
  • · Комплекслы юл буйы үҙәге “Алтындуға” ЯСЙ-һы (автосервис, кафе-бистро, ҡунаҡхана) ойоштороу;
  • · Ял базаһы «Ямашлы» ЯСЙ-һын үҫтереү.

    Ауыл хужалығы
    Ауыл хужалығы – райондың традицион тармағы. Иҡтисади яҡтан әүһем халыҡтың күпселеге нәҡ ошо өлкәлә хеҙмәт итә. Тотош алғанда Ейәнсура районында 2018 йылдың 1 ғинуарына 15 ауыл хужалығы предприятиеһы (107%), 113 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси эшҡыуар (102%), 10429 шәхси ярҙамсы хужалыҡ (104%) иҫәпләнә.
    Өлгәшелгәндәр нигеҙендә дәүләт һәм муниципаль программаларҙы эҙмә-эҙлекле үтәү, республика министрлыҡтары һәм ведомстволар менән хеҙмәттәшлек, шулай уҡ производство коллективтарының, хужалыҡтар етәкселәренең ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеген аңлап ҡабул итеүҙәре ята.
    Тулайым продукцияның үҫешенә иген культураларын һәм көнбағыш, рентабелле майлы культуралар үҫтереү ҙә йоғонто яһаны. Иген культураларынан 54,9 мең тонна тулайым уңыш алынды, был 2010 йылғы күрһәткестән 70 процентҡа күберәк, ә гектар ҡеүәте 24,2 центнер тәшкил итте. Көнбағыштан былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк – 5500 тонна тулайым уңыш алынды, уңыш – гектарынан 10 ц. Был күрһәткестәр элиталы орлоҡ, минераль һәм органик ашламалар, тупраҡ эшкәртеүҙә яңы технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде.
    Район буйынса 42,7 мең тонна һөт (2010 йыл күрһәткесенән үҫеш – 905%), 8,8 мең тонна ит (22%) етештерелде. Һөт етештереүҙе арттырыу өсөн һөтлө тоҡомло һыйырҙар һатып алыу, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуҙы киңерәк йәйелдереү буйынса эш алып барылды. Булған малдар һаны, аҙыҡ ресурстары, уларҙың потенциалы артабан да рентабелле эшләү өсөн ыңғай шарттар тыуҙыра. Бөгөнгә хужалыҡтар контрактациялау юлы менән ит һәм һөт тоҡомло юғары продуктлы 400 баш һыйыр малы һатып алды, шул иҫәптән «А7 Агро РБ» компанияһы ҡара-сыбар 176 тыуса, “КХ Новопетровское” ЯСЙ-һы лимузин тоҡомло быҙауҙар ҡайтарҙы. Ғинуарҙа был хужалыҡҡа йәнә мондалонг тоҡомло 141 баш мал килтерелде, киләсәктә 3000 башҡа иҫәпләнгән һимертеү майҙансығы булдырыу көтөлә.
    2018 йылда Яңы Себенле һөтсөлөк фермаһын комплектлау өсөн өҫтәп 800 баш тыуса һатып алыу планлаштырыла. “КХ Новопетровское” ЯСЙ-һы халыҡтан һатып аласаҡ, икенсе базаны реконструкциялап, ит тоҡомло 250 баш быҙау алып ҡайтасаҡ. Һөт йүнәлешен ғәмәлгә ашырырға, Яңы Себенлелә 1280 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһын төҙөп бөтөрөргә инвестор – «А7 - Агро РБ» агросәнәғәт холдингы йәлеп ителде. Перспективала – 450 млн һумдан ашыу инвестиция һалыу, 50-нән ашыу эш урыны булдырыу. Беҙҙең бурыс – яҡындағы йылдарҙа барлыҡ хужалыҡтарҙа ла малдар һанын тергеҙеү. Сөнки малсылыҡ беҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.
    2013 йылдан «Маяҡ» МУАХП-һы базаһында һарыҡсылыҡ үҫтерелә. 2018 йылдың 1 ғинуарына һарыҡтарҙың дөйөм һаны 7518 башҡа етте. «Маяҡ» МУАХП-һы волгоград тоҡомло 2429 баш нәҫел һарығы һатып алды, эре һәм ваҡ малдарҙы һуйыу цехы булдырылды, йөн преслау линияһы эшкә ебәрелде. «Маяҡ» МУАХП-һы предприятиеһы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлешен – һарыҡсылыҡты ғәмәлгә ашырыуға 2016-17 йылдарҙа төрлө сығанаҡтарҙан 112,7 млн һум йүнәлтелде. Был 52 өҫтәмә эш урыны асырға мөмкинлек бирҙе.
    Поекттың “Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары” теҙмәһенә эләгеүе Һәм нәҫел репродукторы статусын алыу беҙгә муниципаль программаның уңышлы тормошҡа ашырылыуына ышаныс бирә. 2017 йылда беҙ 3,2 мең бәрәс алдыҡ. Бынан тыш, БР Үҫеш корпорацияһы һәм республика Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә инә һарыҡтар өҫтәп алыу мәсьәләһен өйрәнәбеҙ, был «Маяҡ» ЯСЙ-һы етәкселегенән өҫтәп ҡуралар һәм кәрәк тиклем аҙыҡ әҙерләүҙе талап итә. Ошо айҡанлы беҙгә аҙыҡ культуралары структураһын яңыртырға, һарыҡтарҙы артабан да урынлаштырыу өсөн ауылдарҙы билдәләргә һәм аҙбарҙарҙы ремонтлай башларға кәрәк.Шул уҡ ваҡытта бәрәстәр аҫырау өсөн аҙ сығым талап иткән ҡуралар төҙөү һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа күпләп һарыҡ тотоу варианттарын ҡарау мөһим.
    Һарыҡтар һанын йыл да ишәйтеп тороу яңы ҡуралар төҙөүҙе йәки булғандарын реконструкциялауҙы талап итә. Бер яҡтан, төҙөлөшкә сығымдарҙы кәметеү, икенсенән, кешеләрҙе эшле, шөғөллө итеү итеү өсөн һарыҡтарҙы ике яҡ өсөн дә отошло шарттарҙа шәхси хужалыҡтарға һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарға ҡуртымға биреү программаһы эшләнде. Уға һарыҡтар, аҫырау технологияһы, ветеринар хеҙмәттәр, һарыҡтарҙы яһалма ҡасырыу, иген фуражы һәм етештерелгән продукцияны һатыу хеҙмәттәре инде.
    Килешеүгә ярашлы, ҡуртым түбәндәге шарттарҙа тормошҡа ашырыла. «Маяҡ» МУАХП-һы арендатор хужалыҡҡа күпмелер һанда 5-6 айлыҡ бәрәнде ҡышлатыуға бирә. Бер башҡа тәүлегенә 250 грамдан һоло, ветеринар оҙатыуы менән дә тәьмин итә. Ә арендатор ул һарыҡтарҙы ҡарай, ашата, тәрбиәләй, һалам-бесән менән тәьмин итә. «Маяҡ» МУАХП-һы килешеү шарттары күҙәтелеүен контролдә тотоу өсөн ай һайын бәрәндәрһе үлсәп тора, һәр баштың уртаса тәүлек артымы кәмендә 75 грамм булырға тейеш. Барлыҡ шарттар үтәлгән осраҡта арендаторға хеҙмәт һәм ҡуртым хаҡы итеп һарыҡтар һанының уртаса 20 % ҡалдырыла.
    2017 йылда 576 бәрән ҡышлатыуға бирелде, шул иҫәптән 126 башты Йылайыр районынан КФХ Таһиров Р.К., 400-өн Ейәнсура районынан КФХ Ишәев В.З., 50-һен ЛПХ Ильясов А.С. алды.
    Артабан күрһәткескә өлгәшеүгә түбәндәге саралар йоғонто яһаясаҡ:
    – ит һәм һөт малсылығы продукцияһын етештереү күләмен арттырыу;
    – социаль әһәмиәтле тармаҡтар – традицион йәшәү рәүешен һаҡлауҙы һәм халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеүсе һарыҡсылыҡ һәм кәзәләр үрсетеү, йылҡы ите етештереү тармағын үҫтереү;
    – һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуҙы киңерәк йәйелдереү, тоҡос сифатын яҡшыртыусы нәҫел үгеҙҙәре һатып алыу;
    – малдарғы йәшәртеү;
    – яңы культуралар һәм яңы юғары уңыш биреүсе сорттар индереү;
    – элиталы орлоҡтар сәселеүсе майҙандарҙы арттырыу.

    Инфраструктура үҫеше, бизнесҡа ярҙам
    Инфраструктура төҙөлөшөнә һәм бизнесты үҫтереүгә дәүләт тарафынан бүленеүсе финанс ярҙамы 2011-17 йылдарҙа 14612 млн һум тәшкил итте.
    – социаль һәм инженер инфраструктураға – 882 млн һум (йыл һайын уртаса 126 млн һум);
    – юл селтәренә – 546,2 млн һум (йыл һайын уртаса 78 млн һум);
    на СМСП – 33,0 млн. һум (йыл һайын уртаса 4,7 млн һум).
    64 км һыуменән тәьмин итеү селтәре, 37,1 км газ селтәре, 9,4 км электр линияһы сафҡа индерелде. 79,8 км. юл япмаһы ремонтланды, 2 күпер төҙөлдө.
    Социаль объекттар төғөлдө һәм реконструкцияланды:
    – Иҫәнғолда 139 урынлыҡ 1 балалар баҡсаһы;
    – 118 уҡыусы урынлыҡ Ишемғол мәктәбе;
    – Ибрай, Яңы Себенле, Үрге Мәмбәтша ауылдарында ФАП-тар;
    – Иҫәнғолда блок ҡаҙанлығы.

    Үҫеш перспективалары
    Эш хаҡы айына 25,8 мең һумға еткереләсәк.
    Таҙларҙа 60 урынлыҡ 1 балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
    50 км юл ремонтларға, 1 күпер төҙөргә кәрәк.
    Торлаҡ төҙөлөшө сараларына ярашлы, 92 ғаилә торлаҡ менән тәмин ителәсәк ( 3 йылға 5220 кв.м).

    Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы
    2014 йылдан 2017 йылға тиклем 39 проект тормошҡа ашырылды: 19 ауыл мәҙәниәт йорто ремонтланды, шул иҫәптән 7-һенә газ үткәрелде, 6 спорт майҙансығы, (2-һе балалар өсөн) булдырылды, 8 зыярат кәртәләнде, юл аҫтына 1 торба һалынды, бер ауылда һыу үткәргес, ике ауылда юлдар ремонтланды, МТЗ-82 маркалы 2 трактор алынды. Аҡсалата булмаған өлөш менән проекттарҙың дөйөм суммаһы 30 млн һумдан артып китте. Аҡсалата иҫәпләгәндә 25,2 млн һумлыҡ булды: 17,5 млн һумы – республика бюджетынан (69,4%), 7,7 млн һумы урындағы бюджеттан һәм башҡа сығанаҡтарҙан (30,6 %).
    4 йылда программала ауыл биләмәләренең 15-е лә ҡатнашты. ППМИ проекттарын һайлау өсөн граждандар менән 80-дән ашыу йыйылыш үткәрелде. Район гәзитендә тиҫтәләгән мәҡәлә баҫылды, материалдар интернет селтәрендә лә булды, уларҙа инициатив төркөм ауылдаштарына проектҡа аҡсалата иғәнә индереүҙән тыш, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырып мөрәжәғәт итте.
    2018 йылда был программала 14 ауыл биләмәһе ҡатнашырға теләк белдерҙе. Хәҙерге көндә барлыҡ башланғыс саралар үтте. “Башҡортостан Республикаһы стратегик тикшеренеүҙәр институты”на граждандар инициативаларын өйрәнеү үҙәгенә ебәреү өсөн документтар әҙерләнә.

    2014-17 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы буйынса тормошҡа ашырылған проекттар

    Проект исеме

    Бөтәһе

    БР бюджеты иҫәбенә

    Урындағы бюджеттан, башҡа сығанаҡтарҙан

    2014 йыл

    ППМИ сиктәрендә Башҡорт Самаҙыһы ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    982079,14

    583579,14

    398500

    ППМИ сиктәрендә Әбүләис ауыл клубын ремонтлау

    756964,50

    475964,50

    281000

    ППМИ сиктәрендә Биштирәк ауыл клубын ремонтлау

    515992,47

    328 392,47

    187 600,00

    ППМИ сиктәрендә Сәғит ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    528880,60

    326020,60

    202860

    ППМИ сиктәрендә Ибрай ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    873424,35

    526166,79

    347257,56

    ППМИ сиктәрендә Сирғол ауылында юл аҫтына торба һалып төҙөкләндереү

    236515,77

    140919,97

    95595,80

    ППМИ сиктәрендә Түбәнге Бикбирҙе ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    446000

    250717,40

    195282,60

    ППМИ сиктәрендә Иҙелбәк ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    743051,17

    496757,47

    246293,70

    ППМИ сиктәрендә Үрге Муйнаҡ ауылында спорт майҙансығы булдырыу

    907611,1

    617 011,10

    290 600,00

    ППМИ сиктәрендә Яңы Петровка ауылында һыу селтәрен ремонтлау

    343923,98

    343923,98

    0,00

    ППМИ сиктәрендә Яңы Себенле ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    1145726,4

    686026,40

    459700

    ППМИ сиктәрендә Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    927853,52

    563581,99

    364271,53

    ППМИ сиктәрендә Үтәғол ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    496049

    351 049,00

    145 000,00

    ППМИ сиктәрендә Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    822989,45

    564 989,45

    258 000,00

    ППМИ сиктәрендә Ҡужанаҡ ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    553421,53

    359956,29

    193465,24

    2015йыл

    Этҡол ауыл клубын ремонтлау

    847257,04

    660938,50

    186318,54

    Байыш ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    380327,00

    277127,00

    103200,00

    Байдәүләт ауыл клубының ҡыйыҡ япмаһын ремонтлау

    361833,00

    268265,52

    93567,48

    Трушин ауылында “Йәйғор” уйын-спорт майҙансығын булдырыу

    233680,00

    178124,34

    55555,66

    Иҫәнғол ауылында зыярарт кәртәләүен ремонтлау

    755933,83

    460240,46

    295693,37

    Казанка ауылында юл япмаһын ремонтлау

    420000

    341750,08

    78249,92

    Үрге Муйнаҡ ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    444380,58

    353712,85

    90667,73

    Башҡорт Үргене ауылында спорт майҙансығы булдырыу

    1022025,54

    830625,54

    191400,00

    Ишемғол ауыл клубының ҡыйыҡ япмаһын ремонтлау

    812898,26

    543846,99

    269051,27

    Арсен ауылында уйын-спорт майҙансығын булдырыу

    838476,76

    830735,02

    7741,74

    Кинйәбулат ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    324379,00

    234293,12

    90085,88

    Малай Муйнаҡ ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    187006,00

    125956,04

    61049,96

    Таҙлар ауылында спорт майҙансығы булдырыу

    866630,39

    635511,94

    231118,45

    Иҙәш ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    955307,22

    732616,31

    222690,91

    Түбәнге Мәмбәтша ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    371972,00

    271730,21

    100241,79

    2016 йыл

    Түбәнге Бикбирҙе ауылында балалар уйын-спорт майҙансығын булдырыу

    264000

    175000,00

    89000

    Айыу ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    219998

    144998,0

    75000

    Урта Муйнаҡ ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    347966,00

    229966,00

    118000

    Башҡорт Үргене ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау

    883999

    579999,00

    304000

    Ауыл мохтажлығы өсөн трактор алыу

    1200000,00

    800000,00

    400000

    Үрге Мәмбәтша ауыл клубын ремонтлау

    394000

    260000,00

    134000

    2017 йыл

    Яңы Юл ауылында зыярат кәртәләүен ремонтлау

    391120

    259120

    132000

    Ауыл мохтажлығы өсөн трактор алыу

    1182000

    827400

    354600

    Ибрай ауылының Урмансы урамында 1,5 км юл ремонтлау

    1399770

    999770

    400000

    Читайте нас: