Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Август 2018, 12:10

ЙӨРӘКТӘ – ДӘРТ, БЕЛӘКТӘ – ДАРМАН…

Рәсәй пенсионерҙары берлегенең республика бүлеге менән Башҡортостан республикаһының Йәштәр һәм спорт министрлығы тарафынан Салауат ҡалаһында ойошторолған пенсионерҙарҙың V Республика спартакиадаһында ҡатнаштыҡ...

Бөгөн иң әүҙем социаль ҡатламдарҙың береһе ул, әлбиттә, пенсионерҙар. Һуңғы ваҡытта уларға иғтибар ҙа бермә-бер артты – социаль туризм, “Халыҡ университеты” уҡыуҙары , “Ағинәйҙәр” хәрәкәте һәм башҡа саралар шуны дәлилләй. Рәсәй пенсионерҙары берлегенең республика бүлеге менән Башҡортостан республикаһының Йәштәр һәм спорт министрлығы тарафынан Салауат ҡалаһында ойошторолған пенсионерҙарҙың V Республика спартакиадаһында ҡатнашҡанда уйҙар ошо хаҡта булды.
Башҡортостандың 16 ҡала-райондарынан йыйылған командалар теннис, шахмат, атыу, йөҙөү, йүгереү, дартс буйынса ярышты. Спартакиадала йыл һайын ҡатнашып, тәжрибә туплаған, махсус тренерҙар менән шөғөлләнгән ҡала спортсылары менән бер ҡатарҙан көс һынашыу, әлбиттә, бик еңелдән булманы. Шулай ҙа беҙҙең Ейәнсура районының намыҫын яҡлаған команда ағзалары Лира Мөхәмәтова (Иҫәнғол), Тәнзилә Мөхәмәтйәнова (Иҙәш), Мәсҡүҙә Сабирова (Бикбау), Шәкир Хәсәнов (Сирғол), М. Шадрин (Яңы Петровка), Фируза Юлдашбаева (Саҙалы), З. Янбаев (Иҫәнғол), лидерҙарҙың үксәләренә баҫып, шәхси ярыштарҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Төрлө ерҙә үткәрелгән ярыштарға уларҙы район мәҙәниәт бүлеге водителе Вадим Гүләйев ваҡытында еткереп торҙо.
Спартакиаданың икенсе көнө командалар араһында “Күңелле старттар” формаһында үтте. Ике көн дауамында барған ярыштар, ял ваҡытында аралашып, һөйләшеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәр кемдең күңел офоҡтарын киңәйтте, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бер-береңдең еңеүенә ихлас ҡыуанып ҡотлашыуҙар ҡатнашыусыларҙың бәҫен күтәрҙе.
Һөҙөмтәләр ҙә насар түгел. Пенсионерҙар спартакиадаһында тәүгә ҡатнашҡан беҙҙең команда район биләмәләре араһында өсөнсө урын яуланы.
Уйланырлыҡ та, киләсәккә эштәр планлаштырырға ла
урын бар. Бер көндә генә йыйылышып, күнекмәһеҙ-ниһеҙ барып ярышып, ҙурға өмөт
итеп тә булмай. Шуның өсөн пенсионерҙарҙың райондың абруйын тоторлоҡ, аҙнаһына
1-2 тапҡыр даими күнекмәләргә йыйылған, көслө командаһы булырға тейеш. Ошо
маҡсатта, көҙ айҙарында пенсионерҙарҙың район спартакиадаһын ойоштороу мотлаҡ.
Читайте нас: