Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Декабрь 2018, 11:40

Яңы йылға – бурыстарһыҙ!

Физик берәмектәрҙең 2017 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү мөҙҙәте 3 декабрҙә тамамланды. 4 декабрҙән алып һалым суммаһына һәр көн өсөн Рәсәй Үҙәк банкы рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня иҫәпләнә.
Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн республика һалым органдары граждандарға бюджетҡа бурыстары булыу-булмауын Яңы йыл каникулына тиклем тикшерергә һәм түләп ҡуйырға тәҡдим итә. Һалымын ваҡытында түләмәгән кешеләргә ҡарата мәжбүри түләтеү саралары күреләсәк. Шулай уҡ бурыс булыуы сит илгә сығырға ниәтләгәндә күңелһеҙ сюрпризға әүерелеүе ихтимал.
Бурысты түләтеү процесына бурыслының эш биреүсеһе лә йәлеп ителергә мөмкин. Хеҙмәткәрҙең һалымдар буйынса 25 мең һумдан артмаған бурысы булғанда һалым органдары башҡарыу документын, суд приставтары хеҙмәтен йәлеп итмәйенсә, туранан-тура эш урынына йүнәлтә ала. Был осраҡта эш биреүсе бурысты уның эш хаҡынан тотоп ҡалырға тейеш. Бынан тыш, бурыслының бөтә мөлкәтенә (автомобиль, күсемһеҙ мөлкәт объекттары, ер участкалары) ҡарата теркәү эштәрен тыйған сикләү индерелергә мөмкин.
Һалым һалыныусы күсемһеҙ мөлкәт объектына йәки
транспорт сараһына эйә булған осор өсөн һалым уведомлениеһы алмаған граждандар
һәр ҡайһы һалым инспекцияһына, яҡындағы күп функциялы үҙәккә мөржәғәт итә ала,
шулай уҡ «Обратиться в ФНС России» сервисы йәки «Шәхси кабинет» аша
ғариза ебәрергә мөмкин. Бөтә һорауҙар менән Федераль һалым хеҙмәтенең БР
буйынса идаралығының «ҡыҙыу линия»һына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, тел. (347)
226-38-00.
Читайте нас: