Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Декабрь 2018, 11:21

БАРЫҺЫ ЛА ДӘҮЛӘТ ҺӘМ МУНИЦИПАЛЬ ХЕҘМӘТ АЛЫУҘЫ ЕҢЕЛЛӘШТЕРЕҮ ӨСӨН

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү сифатын һәм мөмкинлеген арттырыу маҡсатында райондың ҡайһы бер ауыл биләмәләре советтары базаһында Айырымланған территориаль структура подразделениеһы (ТОСП), йәғни граждандарҙы ҡабул итеү тәҙрәләре эше ойошторолдо.

Иҫәнғол ауылындағы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәк көнөнә яҡынса 80 гражданды хеҙмәтләндерергә мөмкин. Үҙәк тәҡдим иткән хеҙмәттәр халыҡта ҙур һорау менән ҡулланыла һәм меңәрләгән кеше йәшәгән районда уларға ҡарата һорау артҡандан-арта. Үҙәктең башҡарған эш күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан.

Халыҡ араһында айырыуса Росреестр идаралығы, Федераль миграция хеҙмәте идаралығы, Федераль һалым хеҙмәте идаралығы, Пенсия фонды бүлеге, Халыҡты социаль яҡлау үҙәге күрһәткән һәм башҡа дәүләт, муниципаль хеҙмәттәр ҙур һорау менән ҡуллана.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү сифатын һәм мөмкинлеген арттырыу маҡсатында райондың ҡайһы бер ауыл биләмәләре советтары базаһында Айырымланған территориаль структура подразделениеһы (ТОСП), йәғни граждандарҙы ҡабул итеү тәҙрәләре эше ойошторолдо. Халыҡҡа яҡын булыу, уларҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе «берҙәм тәҙрә» режимында алыу мөмкинлеге бик мөһим. Ә ТОСП форматындағы офистар халыҡҡа хеҙмәттәрҙе район үҙәгенә сыҡмай, урында һәм ҡыҫҡа ваҡытта алыу мөмкинлеге бирәсәк. ТОСП-ға күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәндәге кеүек үк документтар менән килеү кәрәгәсәк.

Ейәнсура районында түбәндәге 10 ТОСП эшләйәсәк һәм улар барыһы ла алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәсәк:

1. Абзан ауыл биләмәһе хакимиәте, Абзан ауылы, Мәһәҙиев урамы, 69;

2. Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, Иҙелбәк ауылы, Совет урамы, 10 а;

3. Муйнаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, Үрге Муйнаҡ ауылы, Үҙәк урам, 18;

4. Яңы Петровка ауыл биләмәһе хакимиәте, Яңы Петровка ауылы, Быяла урамы, 6;

5. Яңы Себенле ауыл биләмәһе хакимиәте, Ишемғол ауылы, Чекмарев урамы, 42 б;

6. Байыш ауыл биләмәһе хакимиәте, Байыш ауылы, Үҙәк урам, 35;

7. Һүрәм ауыл биләмәһе хакимиәте, Күгәрсен ауылы, Комсомол урамы, 45 а;

8. Таҙлар ауыл биләмәһе хакимиәте, Таҙлар ауылы, Совет урамы, 29;

9. Үтәғол ауыл биләмәһе хакимиәте, Үтәғол ауылы, Абдуллин урамы, 51;

10. Яңыбай ауыл биләмәһе хакимиәте, Яңыбай ауылы, Үҙәк урам, 37.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында (Өфө ҡалаһынан тыш) граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә ғаризалар һәм документтар 2018 йылдың 1 октябренән алып, күп функциялы үҙәк бүлектәрендә һәм филиалдарҙа ҡабул ителә. Унан тыш, халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, аңлатыу эштәренең сифатын күтәреү маҡсатында Республика халыҡҡа социаль булышлыҡ итеү үҙәге сайтында интерактив онлайн-консультант эшләй. http://calc/rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Default.aspx адресы буйынса урынлашҡан был онлайн-консультант ярҙамында граждандар дәүләт социаль ярҙамға хоҡуҡтары хаҡында мәғлүмәтте белешә ала.

Социаль ярҙам төрҙәре, уларҙы юллау тәртибе, шарттары һәм шулай уҡ талап ителгән документтар исемлеге менән Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль ярҙам министрлығы (mintrudrb.ru, «Социаль булышлыҡ итеү» бүлегендә) һәм Республика халыҡҡа социаль булышлыҡ итеү үҙәге (rcspn.mintrudrb.ru, «Түләмдәр һәм пособиелар» бүлегендә) сайттарында танышырға була.

Тағы ла һорауҙарығыҙ ҡалһа, 8 (347) 246-55-33 телефоны буйынса контакт-үҙәккә шылтырата алаһығыҙ. Был телефон буйынса, шулай уҡ mfcrb.ru сайтында күп функциялы үҙәк тәҡдим иткән хеҙмәттәр тураһында, ниндәй документтар кәрәклеген, документтарҙың әҙерлеген һәм ТОСП буйынса мәғлүмәтте белешә һәм ҡабул итеүгә яҙыла алаһығыҙ.
Читайте нас: