Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Декабрь 2018, 11:01

"БЕРҘӘМ ТӘҘРӘ" - УҢАЙЛЫ

Районда күп функциялы үҙәк асылыу менән милекте теркәүгә, дәүләт хеҙмәттәренә бәйле эштәр еңелләште. Әммә, халыҡтың күплегенә, сираттың ҙурлығына һәм көтөү залы бәләкәй булыуына бәйле проблемалар ҙа етерлек. Күп функциялы үҙәк директоры Шәкирйән Ямғуров менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

Районда күп функциялы үҙәк асылыу менән милекте теркәүгә, дәүләт хеҙмәттәренә бәйле эштәр еңелләште. Мәҫәлән, торлаҡ йортто рәсмиләштереү өсөн элеккесә бер идаралыҡтан икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә йөрөү талап ителмәй. Хәҙер ул ойошмаларҙың хеҙмәттәре барыһы ла бер урында – күп функциялы үҙәктә берләштерелгән. Әлбиттә, халыҡтың күплегенә, сираттың ҙурлығына һәм көтөү залы бәләкәй булыуына бәйле проблемалар ҙа етерлек. Күп функциялы үҙәк директоры Шәкирйән Рафаил улы Ямғуров менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

– Үҙәк эшләй башлағандан алып, һығымталар эшләрлек ваҡыт үтте…

– «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктең Иҫәнғолдағы бүлеге асылыуға теүәл өс йыл. Ошо ваҡыт арауығында бүлек тарафынан 57880 хеҙмәт күрһәтелгән. Бөгөн Үҙәктә «берҙәм тәҙрә» аша 270 төр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт алырға була. Беҙҙең район халҡы иһә Республика халыҡҡа социаль булышлыҡ итеү үҙәге, Пенсия фонды, Федераль һалым хеҙмәте, Росреестр хеҙмәттәренә йышыраҡ мөрәжәғәт итә.

– Атап үтелгән хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеүселәр, айырыуса социаль түләмдәр юллаусылар, һис шикһеҙ күп. Был иһә ҙур сират тыуҙыра. Был йәһәттән нимә әйтерһегеҙ.

– Ағымдағы йылдың сентябре менән сағыштырғанда көтөү ваҡытын кәметеүгә өлгәштек. Хәҙер иһә уртаса көтөү ваҡыты 16 минут. Быға, әлбиттә, электрон сират барлыҡҡа килеү ҙә булышлыҡ итте. Бөгөн Үҙәктә 6 тәҙрә эшләй, шул иҫәптән берәүһе ресепшн функцияһын үтәй. Беҙ яҡын арала яңы бинаға күсәсәкбеҙ. Был – ҡабул итеү тәҙрәләрен арттырыуға, ә ул, үҙ сиратында, сираттарҙың һәм көтөү ваҡытын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.

– Мәҫәлән, кемдер тейешле документтарын алып, белгескә мөрәжәғәт итһә, уны ҡабул итеүгә күпме ваҡыт талап ителер?

– Бында ниндәйҙер теүәл ваҡытты атау дөрөҫ булмаҫ – барыһы ла күрһәтелгән дәүләт хеҙмәтенә бәйле. Мәҫәлән, ниндәйҙер хеҙмәт өсөн гражданиндың паспорты булыуы ла етә, икенсе хеҙмәткә иһә бик күп документтар талап ителә. Уларҙың барыһын да сканерлау, раҫлау һ.б. өсөн ваҡыт күп кәрәк. Ғөмүмән, беҙҙең үҙәк көнөнә уртаса 80 кеше ҡабул итә.

– Ҡайһы бер хеҙмәт алыусылар, айырыуса халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса мөрәжәғәт итеүселәр, һөҙөмтәне оҙаҡ көтөүгә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә…

– Эйе, был йәһәттән һорауҙар йыш була, шуға ла халыҡҡа аңлатып үтеү кәрәктер. Беҙҙең Үҙәк Республика Халыҡҡа социаль булышлыҡ итеү үҙәге менән килешеп эшләй. Һәр хеҙмәт буйынса документтар исемлеге, уларҙы ҡарау мөҙҙәте йәһәтенән билдәле регламент бар. Был регламент яңыртылып, еңелләштерелеп тора. Мәҫәлән, элек справка биреү буйынса документтар 10 көн ҡаралһа, хәҙер 3 көндә ҡарала. Бөгөн ҡайһы бер справкаларға МФЦ белгестәре лә ҡул ҡуйып, бирә ала.

– Һеҙҙең Үҙәккә ҡабул итеүгә нисек яҙылырға?

– Ҡабул итеүгә ойошманың рәсми сайтында mfcrb.ru (дәүләт хеҙмәте порталында теркәлеү булыуы мотлаҡ), контакт-үҙәккә 8 (347) 246-55-33 телефонына шылтыратып йәки офисҡа килеп яҙылырға була.

– Һеҙҙең күп функциялы үҙәккә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт алырға мөрәжәт итеүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Иҫәнғол, Яңы Петровка һәм Таҙлар ауыл биләмәләре халҡына шундай тәҡдим бар: улар беҙҙең үҙәккә килеүҙе төштән һуңға планлаштырһалар ине. Сөнки иртәнсәк алыҫ ауылдарҙан килеүселәр күп була, һөҙөмтәлә, сират ҙурая, көтөү ваҡыты һуҙыла. Икенсенән, әгәр ҙә үҙәктең эше, йә хеҙмәткәрҙәр буйынса ниндәй ҙә булһа һорауҙарығыҙ, тәҡдимдәрегеҙ бар икән – эш ваҡыты дауамында миңә шәхсән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

– Әңгәмә өсөн рәхмәт!

М. Аҫылбаев фотоһы.
Читайте нас: