Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
6 Март 2019, 17:55

Байрам алдынан күп балалы әсәләр тәбрикләнде

5 мартта Өфөлә Башҡортостандың күп балалы 45 ҡатын-ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары ла бар.

Байрам алдынан күп балалы әсәләр тәбрикләнде

5 мартта Өфөлә Башҡортостандың күп балалы 45 ҡатын-ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары ла бар. “Әсәлек даны” дәүләт наградаһына лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ: Абдрахманова Юлиә Сабир ҡыҙы, Рябинина Алена Александровна, Тимерова Светлана Николаевна, Яковлева Венера Зәки ҡыҙы, Тоҡомбәтова Гүзәлиә Сәйетгәрәй ҡыҙы бар.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе улар өсөн әһәмиәтле ваҡиға һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләне.

Әйткәндәй. Республика наградаһы һәм аҡсалата премия биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. 1998 йылдан башлап төбәктә бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо абруйлы исемгә лайыҡ булған.
Читайте нас: