Был арала көн дә ҡар ҙа буран. Һауа торошо һәр кемде сыҙамлыҡҡа һынай, ахыры. Бына шундай буранлы көндәрҙә билдән ҡар ярып, үҙ эшен башҡарыусы – өйҙән-өйгә йөрөп пенсия таратыусы ҡатындарға нисек һоҡланмайһың?! Көн геройҙарын исемләп әйтеп үтәйек: Рәшиҙә Садиҡова, Венера Әхмәтшина, Гөлнара Шәрипова, Зәкиә Саматова, Лилиә Аҡсурина, Гөлнара Солтанбаева. Улар үҙҙәре еүешләнеп, талсығып бөтһәләр ҙә, пенсияһын көтөп торған өлкәндәрҙе ҡыуандырырға ашыға. Рәхмәт уларға!