Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
27 Апрель 2019, 13:21

Күмәк ҡулға эш түҙмәй

Башҡортостан Республикаһында 20 апрелдә «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит» тип аталған йәшелләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Был тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе, Еребеҙҙең «йәшел ҡалҡанын» – ағас-ҡыуаҡтарҙы һаҡлау, уларҙы арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған, 20 майға тиклем дауам иткән сараға барлыҡ теләүселәр ҡушыла ала.

Беҙ ҙә – Ейәнсура мәғлүмәт үҙәге коллективы был акциянан ситтә ҡалманыҡ. Редакция иғлан иткән «Изгелектең юҡтыр сиктәре» акцияһына ҡушылып, эшҡыуарҙар Альмира һәм Руслан Шәриповтар, Гөлнара һәм Николай Долговтар, Светлана Бурулева тәҡдим иткән ҡарағай, тирәк, алмағас, ҡарағат, крыжовник һәм роза сәскәһе үҫентеләрен алып, Яңы Павловка ауылындағы социаль приютҡа килдек.

Приют хеҙмәткәрҙәре һәм унда тәрбиәләнеүсе балалар менән эш йылдам барҙы. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ағас ултыртыусыларға ҡул да эйәрмәй: ағайҙар соҡор ҡаҙып, апайҙар үҫенте ултыртһа, балалар йүгереп йөрөп һыу ҡойҙо. Күмәк эштән ҙурҙар ҙа, бәләкәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар бергәләп эшләүҙән, аралашыуҙан ҡәнәғәт булып, үҫентеләрҙе тәрбиәләп торорға вәғәҙә итеп ҡалды.

Автор фотолары.

Читайте нас: