"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Май 2019, 11:12

­Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп

Ҡужанаҡта модулле ФАП асылды 400-гә яҡын кеше йәшәгән Ҡужанаҡ ауылы Ейәнсура районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың да иң көньяҡ, иң алыҫ ауылы. Өстән бер өлөшөн пенсия йәшендәгеләр тәшкил иткән был ауыл өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты, халыҡты хеҙмәтләндерер медицина хеҙмәткәре булыуы уғата көнүҙәк.

Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп

Ҡужанаҡта модулле ФАП асылды
400-гә яҡын кеше йәшәгән Ҡужанаҡ ауылы Ейәнсура районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың да иң көньяҡ, иң алыҫ ауылы. Өстән бер өлөшөн пенсия йәшендәгеләр тәшкил иткән был ауыл өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты, халыҡты хеҙмәтләндерер медицина хеҙмәткәре булыуы уғата көнүҙәк.

Шуға ла 7 майҙа үткән яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһына тотош ауыл сыҡты тип әйтеү, һис арттырыу булмаҫ.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Азат Байгилдин, Яңыбай ауыл биләмәһе башлығы Самат Ҡансурин, Иҙелбәк участка дауаханаһы терапевы Дамир Йосопов, район дауаханаһы, яҡын-тирә ауылдарҙың фельдшерҙары ҡатнашты.

Тантаналы шарттарҙа ал таҫмалар ҡырҡылғас, халыҡ бинаға үтте. Табиптарҙың аҡ халатындай ап-аҡ булып, әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып ултырған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эстән дә бик күркәм. Ул барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар эшләү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлау өсөн бүлмәләр айырым. Сабыйҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереү өсөн дә мөйөштәр булдырылған. Фельдшерға сират көтөп ултырыу өсөн кушеткалар ҡуйылған. Коридор яҡты һәм иркен. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған, ишектәр коляска үтерлек – киң. Хатта бәҙрәфе лә эстә.

Ҡунаҡтар бина менән танышҡанда ҡужанаҡтар менән аралашырға ла өлгөрҙө. Әйткәндәй, халыҡ бер тауыштан 35 йыл инде сәләмәтлектәрен хәстәрләүсе фельдшер Валентина Кривотуловаға, шулай уҡ участка табибы Дамир Йосоповҡа рәхмәтле булыуҙарын әйтте. Ҡунаҡтар иһә ҡужанаҡтарға һау-сәләмәт булыуҙарын, ә Валентина Ивановна менән Дамир Арыҫлан улына йәштәренә ҡарамай, тупланған тәжрибәләренә таянып, эшләргә лә эшләргә тигән теләктәрен еткерҙе.


Ауыл фельдшеры байрам булһынмы, ялмы – һәр саҡ эштә. Тантанаға әҙерләнгән арала инәйҙәр, фельдшер-акушерлыҡ пунктын «ҡотлап», Валентина Ивановнанан ҡан баҫымдарын үлсәтергә лә өлгөрҙө.


Автор фотолары.

Читайте нас: