Һуңғы 30 йылда илдә йәш кәләштәрҙең һаны 30 тапҡырға кәмегән. Был хаҡта Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты лабораторияһы мөдире Елена Егорова белдергән.
1990 йылдан 18 йәшкә тиклем кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың һаны 72 меңдән 4,6 меңгә тиклем кәмегән.
Йәшләй өйләнергә ашыҡмайҙар хәҙер: 1990 йылда ундайҙарҙың һаны 13 мең самаһы булһа, 2018 йылда 454 кенә булған.
Бөгөн Рәсәйҙә никахҡа 18 йәштән инергә мөмкин. Бәғзе муниципалитеттар, киҫкен сәбәптәре булғанда, был сикте 16 йәшкә тиклем төшөрөүе ихтимал.