Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Сентябрь 2019, 16:20

Ә йөрәктәр һаман йәш әле…

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө Ярышыусыларҙы бер ҙә хаҡлы ялдағылар тип әйтерлек түгел! Йәштәрҙән былай арттырҙылар! Дәрттәре ташып, уйын ҡомары менән янып торҙолар. Ә уйынсыларҙы дәртләндереп, ҡысҡырып ултырыусы көйәрмәндәр ни тора! 27 сентябрҙә “Салауат” ФСК-һында уҙған район спартакиадаһы, 1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә бағышланып, “Әүҙем оҙон ғүмер” девизы аҫтында үтте.

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
Ә йөрәктәр һаман йәш әле…
27 сентябрҙә “Салауат” ФСК-һында уҙған район спартакиадаһы, 1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә бағышланып, “Әүҙем оҙон ғүмер” девизы аҫтында үтте. Был сара быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла. Райондың 15 ауыл биләмәһенән 12 команда килгән. Командаларҙың әҙерлеге тураһында Сергей Завалихин баш судья Раил Исламовҡа отчет биргәс, район башлығы Дәмин Юланов сараны асып, әүҙем тормош менән янып йәшәгән хаҡлы ялдағыларға һаулыҡ, уңыштар, гел шулай дәртле тормош алып барыуҙарын теләне. Команда капитандарына флагты күтәреү хоҡуғы бирелде.
Ярыштар башланды… Ярышыусыларҙы бер ҙә хаҡлы ялдағылар тип әйтерлек түгел! Йәштәрҙән былай арттырҙылар! Дәрттәре ташып, уйын ҡомары менән янып торҙолар. Уйынсыларҙы дәртләндереп, ҡысҡырып ултырыусы көйәрмәндәр ни тора! Ҡайһы бер биләмә башлыҡтары ла командалары өсөн янып-көйөп йөрөнө. Төрлө ҡаршылыҡтар менән эстафета үтеүҙә – абзандар, атыу, йөҙөүҙә – иҫәнғолдар, дартста яңыбайҙар, эйелеп, һығылмалыҡты билдәләүҙә – Яңы Петровка командаһы, арҡан тартыуҙа – Яңы Себенле командаһы, динамометрҙа – бикбауҙар, музыкаль номер буйынса байдәүләттәр һәм себенлеләр тәүге урындарҙы яуланы. Баһалама ағзалары мәрәйҙәрҙе иҫәпләгәнсе, ҡатнашыусылар Аҙнабай ағай Бәҙәмшиндың гармунда уйнауына ҡушылып йырланылар, аҙаҡ дәртле күмәк бейеүгә төштөләр.
Сараны ябыу тантанаһында район башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин ошондай әүҙем тормош алып барғандары, дәртле булғандарына һоҡланыуын, гел шулай йөрәктәрендә йәшлек дәртен һүндермәй йәшәүҙәрен теләне. Ә “Салауат” ФСК-һының яңы етәксеһе Мирас Байғазаҡов бөтәһен дә ҡыуандырып, һөйөнөслө хәбәр еткерҙе: 30 сентябрҙән 5 октябргә тиклем ФСК оло йәштәгеләр өсөн бушлай эшләйсәк, тик бассейнға һаулыҡ тураһында справка алып килергә кәрәк. Сараны башлап ойоштороп йөрөүсе, район ветерандары советы рәйесе Нәзирә Кәримова хаҡлы ялдағыларҙың бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе, үткәрелгән сараларҙа шулай актив булып, һәр береһендә ҡатнашып йөрөүҙәрен теләне.
Шулай итеп, дөйөм иҫәп буйынса, 3-сө урынға Абзан ауыл биләмәһе командаһы сыҡты, 2-се урынды Иҫәнғол ауыл биләмәһе командаһы алды, ә 1-се урынды хаҡлы рәүештә Бикбау ауыл биләмәһе командаһы яуланы. Ҡатнашыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан иң өлкәне Лира Мөхәмәтова, ир-аттар араһынан Мөҙәрис Аҡбутин булды. Улар ҙа билдәләп үтелде.
Әйтергә кәрәк, ярышыусы командалар араһында был сараға етди ҡарағандары булды, улар тейешенсә берҙәм кейем, эмблемалар әҙерләп килгәндәр. Ә өс ауыл биләмәһенән команда бөтөнләй булманы. Әлбиттә, Иҙәш ауылының командаһын телгә алып китмәйенсә булмай. Улар: Илмир һәм Тәнзилә Мөхәмәтйәновтар, Иҙел һәм Илмира Ҡыуандыҡовтар. Эстафетала икешәр тапҡыр йүгерергә тура килде уларға, ә йөҙөү эстафетаһында Мөхәмәтйәновтар үҙҙәре генә ярышып, Тәнзилә апайға хатта ике тапҡыр дистанцияны үтергә тура килде.
Спартакидала ҡатышыу бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, ҡатнашыусылар киләһе йылдарҙа ла осрашырға яҙһын тип таралышты. Сара тәүгеһе түгел һәм һуңғыһы ла булмаҫ, моғайын.
Эксперсс–һорашыу
Юлай Ильясов, Бикбау ауыл биләмәһенең “Йәш йөрәктәр” командаһы капитаны, 66 йәш:
– Алдан әҙерләнерг
ә ваҡыт бирелһә лә, кеше тапҡансы әҙерләнергә ике көн генә ҡалды ла ҡуйҙы. Сара башланғандан алып ҡатнашам, киләһе йылда ла килергә план бар. Ярышып, элекке коллегаларҙы күреп күңел булды. Ошондай саралар күберәк кәрәк ул. (Юлай ағай бик оҫта гармунсы ла. Үҙенең командаһы өсөн генә түгел, ә башҡаларҙың сығышында ла ярҙам итеп уйнаны. – Авт.)
Миңзиә Әлимбәтова, Яңыбай ауыл биләмәһе командаһы, 57 йәш:
– Быйыл тәүгә ҡатнашам. Йөҙөүҙә ярыштым. Сара бик оҡшаны, күңелдәр ял алды. Ололар көнөнә ауылда ла ошондай спартакиада уҙғарырға кәрәк тип һөйләшеп алдыҡ.
Юлай Аҡсурин, Яңы Петровка ауыл биләмәһе командаһы, 63 йәш.
– Ниндәй сараға әйтһәләр ҙә йөрөргә тырышам. Өйҙә ултырған кеүек түгел бит инде. Кеше араһына сығып, үҙеңде күрһәтеп, кеше күреп ҡайтаһың. Саңғыла район ярышында 1-се урын алдым. Майҙа Өфөлә уҙған хаҡлы ялдағылар спартакиадаһына район командаһы составында барҙым. Унда 47 район, 17 ҡала командалары араһында беҙҙең район командаһы ун беренсе урынға сыҡты. Ә мин йөҙөүҙә унынсы урын яуланым. Тик, әлеге сараға әҙерләнергә ваҡыт әҙерәк булды, һуңғараҡ хәбәр ителде.
Читайте нас: