Хаҡлы ялда үҙең өсөн йәшә!
1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә, рәсми булмаған исеме – Изгелек һәм ихтирам көнө. Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, уларҙың хеҙмәттәрен таныуҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө. Был байрам бөгөн бик мөһим, сөнки ул оло йәштәге кешеләрҙең хәҙерге заман йәмғиәтендәге күп һанлы проблемаларына иғтибар йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Ошо ваҡиға менән уңайынан беҙ район ветерандар Советы рәйесе Нәзирә Фәтхлислам ҡыҙы Кәримова менән әңгәмәләштек.
– Хаҡлы ялдағыларҙың да йәшәйеше хөкүмәт тарафынан төрлө үҙгәртеүҙәргә дусар ителеп тора. Был һәйбәтме әллә насармы?
– Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә күп һанлы ҡатлам кешеләрен хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. Төрлө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, пенсионерҙар һаны киләсәктә тағы ла артасаҡ. Шуға күрә уларҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, лайыҡлы һәм сифатлы медицина һәм социаль хеҙмәттәр алыуы – хөкүмәт һәм етәкселектең күп сығымдар талап иткән, өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Хаҡлы ялдағыларҙың әүҙем тормош алып барыуы, буш ваҡыттарын файҙалы үткәреүе лә әһәмиәтле мәсьәлә. Шуға күрә, “Өсөнсө быуын университеты” уҡыуҙары, компьютерҙа эшләргә өйрәтеү курстары, ҙур кимәлдә конкурстар һәм спорт ярыштары ойошторола. Улар барыһы ла “Активное долголетие” (“Әүҙем оҙон ғүмер”) девизы аҫтында бара. Ә үҙгәртеүҙәр беҙҙе тонуста тота инде.
– Беҙҙең район пенсионерҙары ул девиз аҫтында йәшәйме һуң?
– Йәшәйҙәр, әммә хөкүмәт ҡушҡанға түгел, ә йөрәктәре ҡушҡанға. “Мин яратам һине, тормош!” район һәм зона конкурстарында, башҡа мәҙәни сараларҙа ветерандарҙың сығышын ҡарап, хайран ҡалырлыҡ бит. Ауылдарҙа фольклор төркөмдәре арта, аллы-гөллө күлдәктәр тектерәләр, биҙәүестәр эшләп тағалар, ҙур сәхнәлә сығыш яһарға ынтылып торалар. Дәрт-дарманың, теләгең булмаһа, сәхнәгә сығып ҡара!..
Барығыҙ ҙа күрәһегеҙ, һуңғы ваҡытта спорт менән шөғәлләнеү көсәйҙе. “Дуҫлыҡ” паркында төркөм менән дә, яңғыҙ ҙа скандинавия аҙымы менән йөрөүселәр бихисап. Был спорт төрө ауылдарҙа ла популяр. Сирғол, Бикбау, Муйнаҡ ауылдарында ла йөрөгәндәрен беләм. “Афарин”, тип әйтергә генә ҡала. Сөнки һаулығын ҡайғыртҡан кеше, ауырып, яҡындарына ауырлығын һалмаҫҡа тырыша. Улар үҙҙәренең әүҙем тормоштары менән балаларына, ейәндәренә, ғөмүмән, тирә-йүнәдгеләр өсөн үрнәк булып торалар.
Райондың йыйылма командаһы икенсе йыл рәттән пенсионерҙарҙың республика Спартакиадаһына ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны. Бөтә Рәсәй Спартакиадаһын Өфөлә үткәреү ҙә республикала спортҡа иғтибарҙың ҙурлығын дәлилләй. Уны ла барып күреп ҡайттыҡ.
– “Йөрөгән таш шымара”, тигәндәй, сәйәхәттәргә лә йөрөйһөгөҙ шикелле?
– Йәй һайын ауыл биләмәләренең ветерандар ойошмалары рәйестәрен йәмле яҡҡа алып барыу традицияға инер, тип уйлайым. Былтыр Мораҙым тарлауығына барғайныҡ, быйыл Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаттары өсөн махсус ойошторолған “Торатау йыйыны”на барҙыҡ. Юл ыңғайы Йомағужа һыуһаҡлағысына ла һуғылдыҡ. Иҫ киткес матур сара булды. Ырымбур Карауанһарайына ла барып ҡайтты ветерандар. Ҡазанға экскурсия ойоштороу өсөн турфирма менән һөйләшкәйнек, халыҡ көҙгө эштәренән арына алмай әле. Осраҡтан файҙаланып, һәр сәйәхәтебеҙгә автобус бүлгән мәғариф бүлеге етәксеһе Рәйлә Айҙар ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
– Өлкән йәштәгеләр медицина ярҙамына ла мохтаж бит.
– Әлбиттә. Дауахана ярҙамы, түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау, балалары була тороп, ҡарттар йортона тапшырылған ата-әсәйҙәр – ул үҙе байрамға тура килмәгәнерәк бер тема… Ә мин тағы бер тапҡыр Яҡтыкүл шифаханаһы тарафынан хаҡлы ялдағылар өсөн ойошторолған акция тураһында әйтеп китмәксемен. Быйыл да ветерандар Советы, һөйләшеү буйынса, төркөмдәр йыйып, уларҙың барып-ҡайтыуын ойоштора. Былтыр көҙ айҙарында йөҙҙән артыҡ кеше һаулығын нығытып ҡайтты. Быйыл сентябрь айында ғына өсөнсө төркөм юлға сыҡты. Шуныһы ғәжәп, Байыш, Яңыбай,Үрген кеүек ҙур ауылдарҙан барыусылар юҡ.
– Ниндәй проблемалар борсой?
– Беҙҙең райондағы халыҡтың да һәр өсөнсөһө – пенсионер. 8050 пенсионерҙың 3 меңдән ашыуы – хеҙмәт ветераны. Ошондай ҙур армия менән бергәләп эшләү өсөн берҙәм, бер һүҙле команда кәрәк. Ә ул әлегә бик аҙ һанлы. 1 июлдә “ҡайнар нөктә”ләрҙә булған яугирҙәребеҙҙе йыйып, уларҙың ойошмаһын булдырҙыҡ. Етәкселәре итеп Илшат Батталов һайланды. Улар матур хәйриә эштәре менән эшмәкәрлектәрен башлап ебәрҙеләр. Сентябрь-октябрь айҙарында һәр ауыл биләмәһендә, ҙур ойошмаларҙа пенсионерҙарҙың йыйылыштары үтәсәк. Оҙаҡ йылдар лайыҡлы эшләгән өлкән йәштәге рәйестәрҙән йәшерәк, дарманлы алмаш эстафетаны ҡабул итеп алыр, тип өмөт итәм.
Ветерандар ойошмаһы – ижтимағи ойошма, йәғни ул мохтаждарға торлаҡ та, субсидия ла, компенсациялар ҙа бирә алмай. Һорап килеүселәргә матди ярҙам итә алмайбыҙ. “Ашың булһын, ашың булмаһа, ҡашың булһын” тигән мәҡәлдәгесә, яҡты йөҙөбөҙ, тәмле һүҙебеҙ, тел ярҙамыбыҙ бер кемгә лә йәл түгел.
– 1 октябрь – Өлкәндәр көнөн ниндәй саралар менән билдәләйһегеҙ?
– Был көн – сыуаҡ, емештәре өлгөргән ғүмер көҙөн кисергән кешеләрҙең байрамы. Ул яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде һәм матур саралар менән билдәләнә. Бына икенсе йыл ошо байрамға бағышлап, хаҡлы ялдағыларҙың район Спартакиадаһы ойошторола һәм ул быйыл 27 сентябрҙә үтте. Беренсе октябрь көнө “Салауат” сәләмәтләндереү үҙәге “Асыҡ ишек көнө” иғлан итә. Район мәҙәниәт йорто сәғәт өстә, ветерандарға арнап, концерт ҡуясаҡ. Был саралар барыһы ла бушлай. Коллегаларың, дуҫтарың менән осрашып, һөйләшеп, аралашырға бик һәйбәт мөмкинлек. Шуның өсөн район пенсионерҙарын саҡырабыҙ. Һәр ауыл биләмәһендә лә ихлас осрашыуҙар, ҡотлауҙар, сәйле табындар, музыкаль бағышлауҙар буласаҡ.
– Теләктәр?
Ололар көнө гөрләп үтер ҙә китер. Үҙ ғүмерҙәре, яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған өлкәндәргә хөрмәт, ярҙам үтмәһен ине. “Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе” тигән халыҡ. Алда ҙур дата – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы торғанда һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, тол инәйҙәр иғтибарға һәм хәстәргә айырыуса лайыҡ.
Ил алдында хеҙмәт бурыстарын үтәп, хаҡлы ялға сыҡҡан барсаһына иң изге теләктәремде еткергем килә. Ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, һәр көндөң тәмен-йәмен татып, хәҙер инде үҙегеҙ өсөн йәшәүегеҙҙе теләйем.