Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Октябрь 2019, 17:13

Күп ашаһаң -ағыу

Кәнфит-шоколадты күпләп ҡулланыу яҡшыға алып бармай, йәки, Яңы йылға шәрбәт алмағыҙ! Байрамға ваҡыт күп, әммә иҫкәртеү хәҙер үк башланған

Табиптар балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу сараларын күрә.


Нефролог, диетолог, һаулыҡ мәктәбен ойоштороусы Регина Доктор менән нейропсихолог Валентина Паевская #безсладкихподарков тигән флешмоб ойошторған. Бының менән улар ата-әсәгә Яңы йыл байрамына татлы бүләктәр бирмәҫкә кәңәш итә.


“Әле ныҡлап үҫешеп тә бөтмәгән ашҡаҙан аҫты биҙе был тиклем шәрбәтте күтәрә алмай. Яңы йыл каникулынан һуң балаларҙа шәкәр диабеты, башҡа сирҙәр асыҡланыу осраҡтары күп. Һимереү, яҙға тиклем ОРВИ менән сирләү – былар барыһы ла күпләп кәнфит ашауҙан”, – тип киҫәтә табиптар.


Флешмобты Рәсәй ҡалалары, шул иҫәптән Өфөлә лә халыҡ күтәреп алған.
Читайте нас: