5 ноябрҙә сәғәт 4-тәр тирәһендә бер юлы биш машина бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы Иглин районы биләмәһендә була. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 41 йәшлек Өфө ҡатыны "Ауди Q7" автомобилендә "Лада Гранта"ға барып бәрелә. Ошо сәбәпле 32 йәшлек водитель идара иткән "Гранта" алдынан китеп барған "Лада Приора"ны "ҡыуып тота" һәм бәрелештән ҡаршы һыҙатҡа сығып оса. Бында инде "Гранта" "Вольво" йөк машинаһына килеп төкөлә. Меҫкен автомобиль бының менән генә лә туҡтап ҡалмай, уны йәнә "Тойота Ланд Крузер 200" автомобиленә алып килеп ырғыта.
Ирле-ҡатынлыларҙы ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр. Шулай уҡ ете йәшлек малай менән ҡыҙ ҙа йәрәхәтләнә. Улар ҙа дауаханала.
Юл фажиғәләренең күпселеге төнгө ваҡытҡа тура килә. Сәбәптәр төрлөсә. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!