Елена урындағы магазинда һатыусы булып эшләй.Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан был ҡыҙ башынан бик күп һынауҙар үткән, әммә ул тормошҡа йылмайып баға һәм ҡыйыу ҡарай. Әйткәндәй, ҡыҙ шул тиклем матур итеп башҡортса һөйләшә, баҡтиһәң, әсәһе башҡорт, атаһы рус булған, ҡыҙ бәләкәй генә саҡта атаһы вафат булған, әсәһе ҡыҙын башҡорт класына биргән. Елена хәҙер русса ла, башҡортса ла иҫ китмәле таҙа һәм килешле һөйләшә. Ғөмүмән, был ғаилә хаҡында ентекләп гәзиттә мәҡәлә әҙерләргә ниәтләйбеҙ.