"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Ноябрь 2019, 18:13

Ә ғаиләһе өйҙә көткәндер...

Ғүмере руль артында өҙөлгән

Златоуст эргәһендә М-5 трассаһында алыҫ араға йөрөүсе ауыр йөк машинаһы водителе руль артындавафат булған...йәне йәннәттә булһын. Ул "Агро-Авто" компанияһының ("Пятерочка", "Перекресток", "Карусель" һатыу селтәрҙәрен үҙ эсенә алған "X5 Retail" компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә) машинаһы менән Өфөнән Силәбегә юлланған булған.

Ихтимал, руль артындағы водителдең йөрәк өйәнәге тотҡандыр тип фараз ҡылалар. Ул туҡтап, "Ашығыс ярҙам" саҡырта, әммә, медиктар ирҙе ҡотҡарып өлгөрмәй, ул урында йән бирә.

Водителдең үлем сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә.
Читайте нас: