Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Ноябрь 2019, 17:30

Әсәлек капиталы-2020

Әсәлек капиталының суммаһы быйыл 453 мең 26 һум тәшкил итә. Киләһе йылда ла уның файҙаланылмаған өлөшө йыллыҡ инфляция дәүмәленә компенсацияланасаҡ. Әгәр ҙә ата-әсә сертификатты файҙаланмаған икән, бөтә сумма индексациялана

Әсәлек капиталының суммаһы быйыл 453 мең 26 һум тәшкил итә. Киләһе йылда ла уның файҙаланылмаған өлөшө йыллыҡ инфляция дәүмәленә компенсацияланасаҡ. Әгәр ҙә ата-әсә сертификатты файҙаланмаған икән, бөтә сумма индексациялана. Күпмелер өлөшө айлыҡ түләүҙәргә тотонолған булһа, иҫәптәге ҡалдыҡ аҡса компенсациялана.




Былтырҙан алып аҙ килемле ғаиләләргә әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр алырға рөхсәт бирелде. Киләсәктә уны баҡса төҙөүгә лә тотонорға мөмкин буласаҡ. 2020 йылда сертификат суммаһы 466 мең һум тәшкил итәсәк. Ошо йылдың туғыҙ айында республиканың ҡала һәм райондарында әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәр алыуға меңгә яҡын ғариза килгән, был үткән йылдағынан ике тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Бөтәһе 1635 ғаилә айлыҡ түләүҙәр алыу өсөн мөрәжәғәт иткән. Быйыл уның күләме 9182 һум тәшкил итә. Йәмғеһе айлыҡ түләүҙәргә 113 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ата - әсә сертификатты икенсе һәм артабанғы сабыйы тыуғандан йәки уллыҡҡа алынғандан һуң алырға хоҡуҡлы. Уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, әсәнең пенсияһын формалаштырыу, шулай уҡ инвалид балаларҙы йәмғиәткә ылыҡтырыу маҡсатында файҙаланырға мөмкин.


Фото:Vk.kom
Читайте нас: