Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Декабрь 2019, 11:15

Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп

Өфөлә оло йәштәгеләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм системалы хәстәрләү мәсьәләләрен тикшерҙеләр. “Гериатрия – киләсәккә инвестиция” фәнни-ғәмәли конференцияһы “Демография” милли проекты сиктәрендә үтте. Унда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш гериатры Ольга Ткачева, төбәк ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты. – Гериатрия ярҙамы Рәсәйҙә әүҙем үҫешә, махсус кабинеттар, дауаханала бүлектәр асыла. Иң мөһиме, гериатрҙар үҙ эшен беренсел звено табиптары, участка терапевтары менән көйләй, сөнки пациенттарҙың күбеһе – оло йәштәге кешеләр. Йәш күбәйгән һайын, кешенең һаулыҡ менән проблемалары ла арта. Гериатрияның төп маҡсаты – сирҙәрҙән азат әүҙем осорҙо оҙонайтыу, – тине үҙ сығышында Ольга Ткачева. Башҡортостанда миллионға яҡын кеше эшкә яраҡлы йәштән өлкәнерәк, һуңғы йылда уларҙың һаны 23 087 кешегә артҡан. 60 йәштән өлкәнерәктәр һаны 25 930 кешегә күбәйгән һәм республика халҡының 20 процентын тәшкил итә. Әлеге ваҡытта республиканың 41 медицина учреждениеһы гериатрия ярҙамын күрһәтә, 40 гериатрия кабинеты эшләй. Республика клиник һуғыш ветерандары госпитале нигеҙендә Республика гериатрия үҙәге ойошторолған. Ошо йүнәлешле койка-урындарҙың һаны 175-кә еткән. Фәнни-ғәмәли конеренцияла ҡатнашыусылар оло йәштәге кешеләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм системалы хәстәрләү мәсьәләләрен тикшерҙе, уларҙы оҙайлы ҡарау, йәрәхәтләнеүҙәрҙе иҫкәртеү, кадрҙар әҙерләү проблемалары ла ҡаралды. https://bash.rbsmi.ru/ #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Фото: health.bashkortostan.ru

Өфөлә оло йәштәгеләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм системалы хәстәрләү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
“Гериатрия – киләсәккә инвестиция” фәнни-ғәмәли конференцияһы “Демография” милли проекты сиктәрендә үтте. Унда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш гериатры Ольга Ткачева, төбәк ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты.
– Гериатрия ярҙамы Рәсәйҙә әүҙем үҫешә, махсус кабинеттар, дауаханала бүлектәр асыла. Иң мөһиме, гериатрҙар үҙ эшен беренсел звено табиптары, участка терапевтары менән көйләй, сөнки пациенттарҙың күбеһе – оло йәштәге кешеләр. Йәш күбәйгән һайын, кешенең һаулыҡ менән проблемалары ла арта. Гериатрияның төп маҡсаты – сирҙәрҙән азат әүҙем осорҙо оҙонайтыу, – тине үҙ сығышында Ольга Ткачева.
Башҡортостанда миллионға яҡын кеше эшкә яраҡлы йәштән өлкәнерәк, һуңғы йылда уларҙың һаны 23 087 кешегә артҡан. 60 йәштән өлкәнерәктәр һаны 25 930 кешегә күбәйгән һәм республика халҡының 20 процентын тәшкил итә.
Әлеге ваҡытта республиканың 41 медицина учреждениеһы гериатрия ярҙамын күрһәтә, 40 гериатрия кабинеты эшләй. Республика клиник һуғыш ветерандары госпитале нигеҙендә Республика гериатрия үҙәге ойошторолған. Ошо йүнәлешле койка-урындарҙың һаны 175-кә еткән.
Фәнни-ғәмәли конеренцияла ҡатнашыусылар оло йәштәге кешеләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм системалы хәстәрләү мәсьәләләрен тикшерҙе, уларҙы оҙайлы ҡарау, йәрәхәтләнеүҙәрҙе иҫкәртеү, кадрҙар әҙерләү проблемалары ла ҡаралды.
https://bash.rbsmi.ru/
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас: