Ғәҙәттә, календарҙа билдәләнгән һәр төрлө иҫтәлекле даталарҙы беҙ йыр-бейеү һәм тамашалар менән билдәләргә күнеккәнбеҙ. Быйыл Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан сара ойоштороласағы хаҡында уҡығас, уға сираттағы күңел асыу сараһы итеп кенә ҡараным. Әммә, 6 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда үткән сарала ҡатнашҡас, үҙ фекеремдән ҡайттым.
Уң яҡтағы өҫтәлдә оҫта ҡуллы Светлана Ишбулатова, Эльза Зарипова, Нәйлә Ғәлийәнова, Зөләйхә Дәүләтбәковаларҙың бәйләнгән әйберҙәре урын алғайны.
Ҙур форум форматында ойошторолған сараны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Ейәнсура районы ойошмаһы рәйесе Венера Мостафинаның сығышы асты. Айгөл Татарникова менән Илсур Илтенбаев алып барған тантана район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары сығыштары менән үрелеп барҙы.
Үргендең “Айгөл” һәм Иҫәнғолдоң “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары әҙерләгән ҡул эштәре, уйынсыҡтар күргәҙмәләре, тәрбиәселәрҙең уларҙы эшләү буйынса күрһәткән оҫталыҡ дәрестәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Тәнзилә Ноғоманова ла ҡыҙы Диана менән балаларға һәм әсәйҙәргә канзаши, топиарий һәм беләҙектәр эшләү серҙәре менән ихлас бүлеште. Алыҫ Арсен ауылынан килгән Лев Егоров иһә теләүселәрҙе гәзиттән үҙе кеүек үк оҫта итеп кәрзин үрергә өйрәтте. Үҙе махсус фотозона әҙерләгән Валерия Мәһәҙиева иһә “тәхеттә” ултырған, бәхетле йылмайған ҡыҙҙар-малалайҙарҙың онотолмаҫ мәлдәрен фотопленкаға мәңгеләштерҙе.
Айлыҡ аҡсалата түләмдәр, газ үткәреүгә сертифат юллау мәсьәләһе лә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Инвалидлыҡ юллау, ортопедик аяҡ кейеме эшләтеү буйынса ла һорауҙарға яуап алынды. Тағы ла Таңсулпан Хафиз ҡыҙы инвалидтарҙы йөрөткән автомобилдәр өсөн махсус билдә хаҡында ла әйтеп үтте. МСЭ-ға ғариза ғариза менән мөрәжәғәт иткән осраҡта, нисәнсе төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, А4 форматындағы бындай билдәне руль артында үҙе йөрөймө, әллә пассажирмы – һәр кем алыуға хоҡуҡлы. Түләүле парковкаларҙа ла бушлай туҡталыу хоҡуғын биргән был билдә, әлбиттә, ҙур ҡалаға барыусылар өсөн бик ҡулай. Санатор-курорт дауаланыуы, юлламалар алыу буйынса һорауҙарға социаль страховкалау фондының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең баш белгесе Гөлнара Хәйбуллина яуап бирҙе.
Дөйөм “түңәрәк өҫтәл”дән һуң һәр кемдең белгестәргә килеп, шәхсән һорау менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булды. Йәнле аралашыуҙан һуң барыһы ла икенсе ҡаттың фойеһына күтәрелде. Сөнки тап шунда был сараның иң тантаналы өлөшө – төрлө бәйгеләр еңеүселәрен, төрлө өлкәлә, шулай уҡ инвалидтар ойошмаһы тормошонда әүҙемдәрҙе бүләкләү үтте. Бер генә бала ла, ҡатнашыусы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Сарала сәләмәтлек мөмкинлеге сикле 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был райондағы инвалидтарҙың бары яҡынса 5 проценты. Улар килеп, үҙҙәре менән йәмғиәт араһында бер ниндәй ҙә сик тә, кәртә лә юҡлығын тойоу, киреһенсә, һәр кемдең ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы, уларҙы моғайын ҡанатландырғандыр. Инвалидтар көнө байрам түгел тиҙәр. Әммә ошо дата уңайынан ойошторолған күптәргә кәйеф күтәренкелеге, аралашыу ҡыуанысы, яңы тәьҫораттар бүләк иткән, ысын мәғәнәһендә байрам сараһы унда ҡатнашҡан һәр кемдә эҙһеҙ үтмәҫ, тип ышанғы килә. Киләсәктә бындай сара йәнә ойошторолор ҙа, ҡатнашыусылар ҙа күберәк булыр, тип ышанғы килә. Ә был – тәүге ҙур форум райпо хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йәмле лә, тәмле лә сәй табыны менән тамамланды.
Нәйлә Ғәлийәнова, Урта Муйнаҡ ауылы:
– Шул тиклем шатланып ҡайттыҡ. Бығаса булдымы икән? Әммә мин бындай ҙур сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуым. Программа төптән уйлап эшләнгән. Шул тиклем ныҡ оҡшаны! Ә балаларҙың ҡыуаныуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан, шат күҙҙәре осҡондай балҡып тора! Сараның барлыҡ ойоштороусыларына ҙур рәхмәт! Ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем!
Илшат Батталов, Ҡарадигән ауылы:
Юлиә Абдрахманова, Саҙалы ауылы:
– Мин байрамға улым Данил менән килдем. Бик ҡыуанышып ҡайттыҡ. Концерт бик оҡшаны, аҙаҡ улым төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алды. Ҡайтҡас, тәьҫораттарын туғандарына һөйләп бөтә алманы. Конкурста ҡатнашҡаны өсөн Почет грамотаһы һәм бүләк менән билдәләнде. Бүләгенә бигерәк ҡыуанды һәм киләһе йылда тағы ла ҡатнашам тип дәртләнеп ҡайтты. Мөмкинлектән файҙаланып, ойоштороусыларға һәм улыма конкурста ҡатнашырға ярҙам иткән уҡытыусылары Идария Ишбаева меән Зөлфиә Фахретдиноваға ҙур рәхмәтемде еткерәм.