2019 йылдың 1 октябренән Башҡортостанда “демография” милли проекты сиктәрендә “Өлкән быуын” федераль проекты ғәмәлдә. Ошо проект буйынса “Ғаилә” үҙәгенә 65 йәштән өлкән йәштәгеләрҙе медицина ойошмаларына скринингтар һәм планлы диспансер тикшереүҙәре үткәреүгә алып барыу өсөн автобус бүленде.
Был мобиль бригада Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында йәшәгән оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итәсәк. Автобус һыйҙырышлылығы 2 инвалид-колясочник менән бергә, 8 кешелек. Ул шулай уҡ коляскалағы кешене автобусҡа күтәреп индереү өсөн 380 кг йөктө күтәрергә электр күтәргесе менән йыһазландырылған.
Был хеҙмәттән файҙаланыу өсөн йәшәү урыны буйынса дәүләт медицина ойошмаһы пункттарына мөрәжәғәт итергә була.
#МинтрудРБ #ЮговосточныйМЦСемья #МинтрудРФ #Минтруд#Ғаилә