Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Декабрь 2019, 12:51

Бөтәһе лә хәүефһеҙлек өсөн

“Хәүефһеҙ мөхит” программаһын ғәмәлен тормошҡа ашырыу сиктәрендә, муниципаль бюджет саралары иҫәбенә, Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы өр-яңы янғын машинаһы – УАЗ автомобиле алды. Матди-техник базаның нығыуы иһә күптән көтөп алынған ваҡиға ине, ул халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ул быға тиклем хеҙмәт итеп килгән, һәр ваҡыт төҙөкләндереүҙәр талап итеп торған иҫке ЗИЛ-131 янғын автомобилен алыштырҙы. Автомобиль йылытылған бокста урынлашҡан, әле үҙенең эшен башлаған да инде. Әлбиттә, янғын осраҡтары булмаһын, яңы автомобилгә эштәр әҙ булһын тип теләргә ҡала.

“Хәүефһеҙ мөхит” программаһын ғәмәлен тормошҡа ашырыу сиктәрендә, муниципаль бюджет саралары иҫәбенә, Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы өр-яңы янғын машинаһы – УАЗ автомобиле алды. Матди-техник базаның нығыуы иһә күптән көтөп алынған ваҡиға ине, ул халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ул быға тиклем хеҙмәт итеп килгән, һәр ваҡыт төҙөкләндереүҙәр талап итеп торған иҫке ЗИЛ-131 янғын автомобилен алыштырҙы. Автомобиль йылытылған бокста урынлашҡан, әле үҙенең эшен башлаған да инде.
Әлбиттә, янғын осраҡтары булмаһын, яңы автомобилгә эштәр әҙ булһын тип теләргә ҡала.
Читайте нас: