Хөрмәтле Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды ойошторолоу көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Бөтә коллективтың күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте Рәсәй Пенсия фонды идаралығының граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә иң абруйлы һәм кәрәкле структураларҙың береһенә әүерелеүенә булышлыҡ итте. Фондтың яуаплылығы өлкәһендә – халыҡтың иң мохтаж ҡатламдарына социаль түләмдәр тәғәйенләү һәм түләү, дәүләт ярҙамы сараларын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле етди бурыстар комплексы. Дәүләт социаль сәйәсәтенең һөҙөмтәле бойомға ашырылыуы һәм, иң мөһиме, кешеләрҙең йәшәү кимәле һәм сифаты шул бурыстарҙың уңышлы хәл ителеүенә туранан-тура бәйле.
Идаралыҡ коллективы район халҡын пенсия менән тәьмин итеү буйынса башҡарған йоғонтоло һәм ышаныслы эште айырым билдәләп үтәм. Һеҙҙек юғары профессионаллек һөҙөмтәһендә халыҡты социаль яҡлауҙа йылдан-йыл ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ.
Һеҙгә бөтә йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек, районыбыҙ халҡы именлеге хаҡына һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.