Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Декабрь 2019, 21:01

Еңел булмаған һәм яуаплы эш

22 декабрь – РФ Пенсия фонды ойошторолоу көнөРайондың 17 кешенән торған РФ Пенсия фонды дәүләт учреждениеһының Ейәнсура идаралығы хеҙмәткәрҙәре райондағы барлыҡ пенсионерҙарҙы һәм пенсия йәшендә булмағандарҙы ла хеҙмәтләндерә.Тамара Зиннур ҡыҙы Ваһапова етәкләгән бүлек хеҙмәткәрҙәре пенсия һәм социаль түләмдәрҙе тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү һәм түләү өсөн яуап бирә.Тамара Зиннур ҡыҙы эшенең һәр ваҡ-төйәген алдан күреп, һиҙеп, аңлап торған оҫта белгес, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй һәм ҡәрсәй. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ.

22 декабрҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләп үтте. Райондың 17 кешенән торған РФ Пенсия фонды дәүләт учреждениеһының Ейәнсура идаралығы хеҙмәткәрҙәре райондағы барлыҡ пенсионерҙарҙы һәм пенсия йәшендә булмағандарҙы ла хеҙмәтләндерә. Был категория граждандары беҙҙә яҡынса алғанда 8 меңдән артыҡ, был бер генә кимәлдә тормай, өҫтәлеп-кәмеп тора.
Идаралыҡта үҙ эшенә яуаплы ҡараған, клиенттар менән һәйбәт мөғәмәләлә булған белгестәр эшләй. Тамара Зиннур ҡыҙы Ваһапова етәкләгән бүлек хеҙмәткәрҙәре пенсия һәм социаль түләмдәрҙе тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү һәм түләү өсөн яуап бирә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөтәһе лә уларҙың ҡулында, шул уҡ ваҡытта, ғариза биреүсенең документтарындағы яҙыуҙар ҙа ҙур роль уйнай. Быға хеҙмәт йылдары, эш хаҡы һәм башҡа факторҙар инә.
– Шуларҙың дөрөҫлөгөн тикшереп, пенсия күләмен билдәләп, тәғәйенләп һәм түләүгә ҡарар, йыл һайын алышынып, үҙгәреп торған закондарға яраҡлашып, дөрөҫ һөҙөмтә сығарыу – беҙҙең өҫтә. Әле ҡайһы бер хаҡлы ялдағыларҙың ҡағыҙҙарын ҡайтанан ҡарайбыҙ – кемдеңдер пенсия күләмен арттырырға ирешәбеҙ икән – беҙҙең өсөн был оло ҡыуаныс, – тип эш барышы менән таныштыра Тамара Зиннур ҡыҙы. Уның Пенсия фондында хеҙмәт иткәненә лә 17 йыл булып киткән, бүлекте 2017 йылдың ғинуарынан етәкләй. Эшенең һәр ваҡ-төйәген алдан күреп, һиҙеп, аңлап торған оҫта белгес, ғаиләһендә лә һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй һәм ҡәрсәй. Тормош иптәше Миңнехан Шәғәле улы байтаҡ йылдар Ейәнсура агроколледжында эшләп, әлеге мәлдә үҙ эшен асырға йөрөй. Ҡыҙҙары Светлана һәм улы Илнур – икеһе лә юғары белемле, ғаиләле. Тамара апай эш көнөнөң ҡайһы берҙә киске 8-9-ҙарға тиклем һуҙылыуына ҡарамаҫтан, өйөндә лә өлгөрә. Ул үҫтергән матур-матур сәскәләр ишек алдын йәмләп ултыра. Ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләргә лә ваҡыт таба.
Тамара Зиннур ҡыҙын һәм Пенсия фондында эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, хаҡлы ялдағы ветерандарҙы һөнәри байрамдары һәм етеп килгән Яңы 2020 йыл уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған һәм яуаплы эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын.
Читайте нас: