Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Декабрь 2019, 13:00

Яңы йыл мөғжизәһе

Яңы йыл мөғжизәләре тормошҡа аша башланы ла. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһынан биш йәшлек Ксения Кислухинаның да хыялы үтәлде.

Яңы йыл мөғжизәләре тормошҡа аша башланы ла. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһынан биш йәшлек Ксения Кислухинаның да хыялы үтәлде.


Ҡыҙыҡай "Минең менән хыяллан" Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашҡан. Был хәйриә сараһы ғүмер өсөн хәүефле сирҙәр менән ауырыған балаларҙың ( 3-тән 17 йәшкә тиклем) һәм өлкәндәрҙең (60 йәштән алып) хыялдарын тормошҡа ашыра. 11 ноябрҙән алып 15 декабргә тиклем елкажеланий.рф сайтында ғаризалар ҡабул ителгән. Ксения ла үҙ теләген ҡалдырған меңәрләгән балаларҙың береһе булған.


Ошо көндәрҙә ойоштороусылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Мәскәүҙә булған сағында Ксенияның теләге яҙылған шарҙы биргән. Һәм кисә ҡыҙыҡайҙы сюрприз көткән дә. Уны байрам менән Благовещен ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Голов ҡотлаған һәм Ксения хыялланған спорт-гимнастика мөйөшөн бүләк иткән.


Ҡыҙсыҡ лимфобластик лейкоз менән сирләй. Былтыр ғына ул күп тиҫтерҙәре кеүек үк балалар баҡсаһына йөрөгән, бәхетле булып үҫкән. Тик бер көн аяғын һындыра. Аяҡ бик оҙаҡ төҙәлә, ә гипсты алғас, ҡыҙҙың температураһы күтәрелә. Антибиотик тәғәйенләһәләр ҙә, ярҙам итмәй. Һөҙөмтәлә ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла. Ксения һигеҙ ай буйы дауалана, бер нисә химия терапияһы үтә. Алда тағы бик күп айҙар дауаланыу көтә баланы.


Ксенияға һаулыҡ теләйек.
Читайте нас: