Уның 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ тәүге балаға 466 мең һум күләмендә Әсәлек капиталын түләү, ә икенсе бала өсөн капитал күләмен 150 мең һумға арттырырға (616 мең һумғаса) һәм, шулай уҡ, Әсәлек капиталы программаһын 2026 йылға тиклем оҙайтырға тигән тәҡдимдәре күп кенә йәш ғаиләләрҙе һөйөндөрҙө. Был, үҙ сиратында, #демография артыуына ла алып килер тигән өмөт бар.