"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Ғинуар 2020, 12:05

Йыл һайын алығыҙ бәпес – Яһамағыҙ тәнәфес!

#перепись2020 #иҫәптәләһандалабулайыҡ #демографияҺай, перепись, перепись,Иҫәп алыу – бер, ике, өс...Башҡорт һанын арттыр, башҡорт,Ал һин күберәк бәпес. Таҡмаҡтың дауамын сайтта уҡығыҙ.

Һай, перепись, перепись,
Иҫәп алыу – бер, ике, өс...
Башҡорт һанын арттыр, башҡорт,
Ал һин күберәк бәпес.
Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Хатта ана шул бәпес тә
Ҡатнаша перепистә.
Йыл һайын алығыҙ бәпес –
Яһамағыҙ тәнәфес!
Шул саҡта булыр һөйөнөс
Беҙгә һәр саҡ перепись!
Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Бәләкәстәр ҙә перепистә
Ҡатнашмай ҡалмай һис тә.
Бәпес алыр өсөн әгәр
Хәл ҡалмаһа, бөтһә көс,
Араҡы һәм һыра эсмә,
Ҡаҙы аша, ҡымыҙ эс!
Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Халҡың ризығын ашаһаң,
Хәлең дә булыр, көс тә.
Ризығың мул булһын өсөн,
Көсөңдө йәлләмә һис.
Шул сағында халҡың әйтер:
– Һай, афарин, маладис!
Һәтес, һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә.
Үрнәк ал һин шул бәпестән,
Һис ҡалма перепистән!
Һай, перепись, перепись,
Ҡатнашҡандар – маладис!
Ҡатнашмай ҡалғандар – пәдлис!
Таҡмаҡ бөттө нәкәнис.
Читайте нас: