Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Ғинуар 2020, 16:00

Бөтәһе лә халыҡ өсөн

Дәүләт программалары – ғәмәлдәБөтәһе лә халыҡ өсөнРайон үҙәге, шулай уҡ ауылдары күҙгә күренеп яңыра, матурая, төҙөкләндерелә. Ял итеү урындары, һәр төрлө уңайлыҡтар булдырыла, былар, әлбиттә, төрлө программалар сиктәрендә башҡарыла. Улар тураһында гәзит биттәрендә яҡтыртып барылды. Ә быйыл – Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылында районда нимәләр эшләү планлаштырыла, ниндәй яңылыҡтар буласаҡ, шул турала район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Мөнир Ваһаповтан һораштыҡ.

Район үҙәге, шулай уҡ ауылдары күҙгә күренеп яңыра, матурая, төҙөкләндерелә. Ял итеү урындары, һәр төрлө уңайлыҡтар булдырыла, былар, әлбиттә, төрлө программалар сиктәрендә башҡарыла. Улар тураһында гәзит биттәрендә яҡтыртып барылды. Ә быйыл – Тораҡ биләмәләре эстетикаһы йылында районда нимәләр эшләү планлаштырыла, ниндәй яңылыҡтар буласаҡ, шул турала район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Мөнир Ваһаповтан һораштыҡ.
Мөнир Валерий улы әйтеүенсә, Иҫәнғолда “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы, Совет урамының 8-се, Карл Маркс 3-сө, шулай уҡ Интернациональ урамының 13 һәм 15-се йорттарының күп фатирлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Программа Башҡортостанда урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота.
Күп фатирлы йорттар алдында кескәйҙәр өсөн эшләнәсәк уйын майҙансығы дәүләт стандарттарына тура киләсәк. Балалар ошо майҙансыҡта уйнаясаҡ. Уларға күҙ-ҡолаҡ булыусы өлкәндәргә уңайлы эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, үтеү юлдарына асфальт түшәләсәк, тротуарҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары, видеокүҙәтеү, шулай уҡ сүп-сар өсөн контейнер майҙансығын да ҡуйыу күҙаллана.
Республикала, шул иҫәптән районыбыҙҙа “Уңайлы ҡала мөхите” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, ҡала һәм райондарҙа урамдар, йорт алдары тәртипкә килтерелә. Был йәһәттән беҙҙең районда ла байтаҡ эштәр башҡарыла.
Быйыл, ошо программаға ярашлы, Иҫәнғолдағы “Әкиәт” балалар уйын майҙансығы һәм Башҡорт Үргене ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда эштәр башҡарыласаҡ. “Әкиәт”тә бөтә яҡтан заман талаптарына тап килгән балалар уйын комплексы урынлаштырылып, аяҡ аҫты йомшаҡ япма менән ябыласаҡ. Тағы ла спорт инвентарҙары ҡуйылған актив ял зонаһы булдырыу күҙаллана, теләгән һәр кем унда шөғөлләнә аласаҡ. Яҡтыртыу ҡорамалдары, “Әкиәт”кә ингән урынды матур итеп эшләү ҙә планда бар.
Ә Башҡорт Үргене ауылында мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан кәртәләнәсәк, унда асфальт түшәлеп, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск тулыһынса яңыртыласаҡ, яҡтыртыу ҡорамалдары, балалар өсөн уйын майҙансығы йомшаҡ япма менән буласаҡ.
Тағы ла, был программа буйынса, Иҙелбәк ауылының үҙәк өлөшөн төҙөкләндереү планлаштырыла. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға арналған обелиск тулыһынса алыштырыласаҡ, прогулка зонаһы, йомшаҡ япма менән балалар өсөн уйын майҙансығы, спорт майҙансығы, эскәмйәләр һ.б. булдырыу күҙаллана.
Әйткәндәй
“Уңайлы ҡала мөхите” дәүләт программаһында бер мең һәм унан да күберәк халыҡ йәшәгән тораҡ пункттар ҡатнаша ала. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2020 – Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде, тимәк, бөтә был урынлаштырыласаҡ ҡоролмалар уңайлы ғына түгел, эстетик яҡтан да үҙен аҡлар, зауыҡлы булыр, тип ышанғы килә.
Әлбиттә, урынлаштырыу бер, ә уны һаҡлап, боҙоуҙарға юл ҡуймау – һәр беребеҙҙең уртаҡ бурысы.
Шулай уҡ, һуңғы ваҡытта иң киҫкен һорауҙарҙың береһе булған, Иҫәнғолдоң 3-сө микрорайонына зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мәсьәләһе буйынса әүҙем эштәр башҡарыла. Әлеге ваҡытта проект-смета документацияһы төҙөү өҫтөндә эш алып барыла.
Читайте нас: