Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Ғинуар 2020, 00:25

Саф һауала ғаилә уйындары

Ғаилә уйындары ата-әсә һәм балаларҙың аралышыуының айырып алғыһыҙ бер өлөшө. Уйын барышында ҡатнашыусылар тығыҙ бәйләнешңә булалар, асылалар, уларҙың шәхси һыҙаттары һәм физик мөмкинлектәре асыла. Көндөң буранлы булыуына ҡарамаҫтан, Һүрәм ауыл биләмәһендә уҙғарылған күсмә Ғаилә ялы ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ булды.

Ғаилә уйындары ата-әсә һәм балаларҙың аралышыуының айырып алғыһыҙ бер өлөшө. Уйын барышында ҡатнашыусылар тығыҙ бәйләнешңә булалар, асылалар, уларҙың шәхси һыҙаттары һәм физик мөмкинлектәре асыла.
Көндөң буранлы булыуына ҡарамаҫтан, Һүрәм ауыл биләмәһендә уҙғарылған күсмә Ғаилә ялы ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ булды.
25 ғинуарҙа Ғаилә үҙәге  хеҙмәткәрҙәре, Н. Кәримов исемедәге мәктәп, урындағы мәҙәниәт йорто һәм китапхана менән берлектә "Ғаилә уйындары" темаһына ғаилә ялы ойошторҙо.
   Бөтә килгәндәр  ихласлыҡ менән һәр уйында ҡатышты, саранан ыңғай эмоциялар, яҡшы кәйеф алып, киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡаласаҡтарын әйтеп таралышты. Ә Ғаилә үҙәге сараны ойоштороуҙа көс һалған һәр кемгә, бигерәк тә район советы депутаттары И. Дәминевҡа, ауыл биләмәһе депутаттары З. Абдрахмановаға, Г.Ғүмәроваға, С. Хөсәйеноваға рәхмәтен белдерә.
Читайте нас: