Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Ғинуар 2020, 14:25

Ҡытайҙан ҡайтҡан ике авиапассажир дауаханаға оҙатылды

Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.

Ҡытайҙан ҡайтып төшөүсе ике авиапассажир Өфө ҡалаһының 4-се инфекция дауаханаһына ебәрелде. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина хәбәр итте.
Ҡытайҙа яңы коронавирус таралыу сәбәпле ул тарафтан ҡайтыусы һәр пассажир Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан ныҡлы тикшереү үтһә, бөгөндән Ҡытайҙан Рәсәйгә самолет рейестары бөтөнләй туҡтатылды.
Читайте нас: