Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ғинуар 2020, 18:19

Башҡортостанда йәнә 50 әсә миҙал менән бүләкләнә

Башҡортостанда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләйҙәр. Тейешле указ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләйҙәр. Тейешле указ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Күмертауҙан, Нефтекаманан, Стәрлетамаҡтан һәм Өфөнән, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Хәйбулла, Шаран һәм Яңауыл райондарынан 50 ҡатын-ҡыҙ наградаға тәҡдим ителгән.
Нгарада менән бергә аҡсалата премия тапшырыла (һалым ҡайтармаһы менән 8,7 мең һум).
Миҙал 1998 йылда булдырылған. Ошо ваҡыт эсендә уға 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. 2019 йылда 300 ҡатын-ҡыҙ миҙал менән бүләкләнгән.
Республикала бөтәһе 46 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә.