Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Март 2020, 17:30

Байрамға яҡшы бүләк

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланы. Республика етәксеһе әсәләрҙе байрам менән тәбрикләне һәм Волга буйы округында ишле ғаиләләрҙең һаны буйынса Башҡортостандың 1-се урында тороуын билдәләп үтте.– Республикабыҙҙа күп балалы 50 мең ғаилә йәшәй. Бөгөн тағы ла 50 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын ҡыуанып тапшырам. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙә дөйөм алғанда 251 бала тәрбиәләнә. Балаларыбыҙ сәләмәт, аҡыллы һәм сифатлы белем алып үҫһен һәм киләсәктә үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алып, ныҡлы ғаилә ҡорһон өсөн беҙ артабан да ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары, спорт майҙансыҡтары төҙөйәсәкбеҙ,– ти Радий Фәрит улы сығышында.Бүләкләнеүселәр араһында Иҙәш ауылынан Ирина Ҡобағошова ла бар. Улар тормош иптәше Ирәндек менән 25 йыл бергә ғүмер итә, алты малайға ғүмер биргән. Ҙур улдары Илдус инде үҙе ғаилә башлығы, атаһы менән Себерҙә эшләп йөрөй, унан ҡала - Динис (10-сы класс), Артур (5-се), Илдар (3-сө) мәктәптә белем алалар, ә кескәй Руслан (6 йәш) һәм Айгиз (4 йәш) өйҙә, әсәйҙәренә иптәш. Был уңған ғаиләлә балалар үҙ-ара дуҫ-татыу, мәктәптә лә тырышып уҡый. Бар эшкә лә оҫта Ҡобағошовтар бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт төҙөп ингән. Эшһөйәр, йүнсел ғаилә күпләп мал аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтереп тә мул уңыш ала. Ирәндектең әсәһе Рүлә апай ҙа улар менән бергә, балаларҙы үҫтергәндә, донъя көткәндә лә ҙур ярҙам күрһәткән.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланы. Республика етәксеһе әсәләрҙе байрам менән тәбрикләне һәм Волга буйы округында ишле ғаиләләрҙең һаны буйынса Башҡортостандың 1-се урында тороуын билдәләп үтте.
– Республикабыҙҙа күп балалы 50 мең ғаилә йәшәй. Бөгөн тағы ла 50 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын ҡыуанып тапшырам. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙә дөйөм алғанда 251 бала тәрбиәләнә. Балаларыбыҙ сәләмәт, аҡыллы һәм сифатлы белем алып үҫһен һәм киләсәктә үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алып, ныҡлы ғаилә ҡорһон өсөн беҙ артабан да ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт усаҡтары, спорт майҙансыҡтары төҙөйәсәкбеҙ,– ти Радий Фәрит улы сығышында.
Бүләкләнеүселәр араһында Иҙәш ауылынан Ирина Ҡобағошова ла бар. Улар тормош иптәше Ирәндек менән 25 йыл бергә ғүмер итә, алты малайға ғүмер биргән. Ҙур улдары Илдус инде үҙе ғаилә башлығы, атаһы менән Себерҙә эшләп йөрөй, унан ҡала - Динис (10-сы класс), Артур (5-се), Илдар (3-сө) мәктәптә белем алалар, ә кескәй Руслан (6 йәш) һәм Айгиз (4 йәш) өйҙә, әсәйҙәренә иптәш. Был уңған ғаиләлә балалар үҙ-ара дуҫ-татыу, мәктәптә лә тырышып уҡый. Бар эшкә лә оҫта Ҡобағошовтар бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт төҙөп ингән. Эшһөйәр, йүнсел ғаилә күпләп мал аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтереп тә мул уңыш ала. Ирәндектең әсәһе Рүлә апай ҙа улар менән бергә, балаларҙы үҫтергәндә, донъя көткәндә лә ҙур ярҙам күрһәткән.
Ирина ханымды “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ.
Читайте нас: