Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Март 2020, 21:00

Кескәй принцессалар балы

7 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республиканың һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ҡыҙҙары өсөн "Кескәй принцессалар балы" уҙғарылды.Беҙҙең райондан үҙҙәренең әсәйҙәре һәм өләсәйе менән Гөлназ Ғәбделмәнова, Алина Илбаева һәм Элина Йомағолова ҡатнашты был сарала. Йәш принцессаларға бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле программа әҙерләнгән ине. Улар ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны, әкиәт геройҙары менән фотоға төштөләр, спектакль ҡараны. Һәм, әлбиттә, бүләк тә алдылар. Тылсымлы шоуҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар саранан ыңғай тәьҫораттар ғына алды, яҙ улар өсөн уңышлы башланды.

7 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республиканың һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ҡыҙҙары өсөн "Кескәй принцессалар балы" уҙғарылды.
Беҙҙең райондан үҙҙәренең әсәйҙәре һәм өләсәйе менән Гөлназ Ғәбделмәнова, Алина Илбаева һәм Элина Йомағолова ҡатнашты был сарала.
Йәш принцессаларға бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле программа әҙерләнгән ине. Улар ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны, әкиәт геройҙары менән фотоға төштөләр, спектакль ҡараны. Һәм, әлбиттә, бүләк тә алдылар.
Тылсымлы шоуҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар саранан ыңғай тәьҫораттар ғына алды, яҙ улар өсөн уңышлы башланды.
Читайте нас: