Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Март 2020, 21:00

Ҡулланыусы! Үҙ хоҡуғыңды беләһеңме?

Рәсәй Федерацияһының «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законы – тауар һатып алыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса, тауарҙың сифатына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе төп норматив-хоҡуҡи акт. Ябай тел менән әйткәндә, был закон һатыусы йәки тауар етештереүсе менән һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә йүнәлтелгән. Тауарҙың йәки хеҙмәттәрҙең сифатына бәйле киҫкен мәсьәләләрҙә был документ ҙур көскә эйә. Ул ғәйеплене асыҡлап ҡына ҡалмай, дөрөҫлөктө иҫбат итә. Был үҙ нәүбәтендә ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ тауар һатып алыуҙан һаҡлаһа, тауар етештереүселәргә һәм һатыусыларға башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймай.“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законды һәр кем белергә тейеш. Сөнки һәр ҡайһыбыҙ – ҡулланыусы.Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Әгәр һатыусы һәм ҡулланыусы араһында низағ килеп тыуа икән, уны судҡа еткермәйенсә хәл итергә тырышырға кәрәк. Әлбиттә, һатыусыларҙың, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең үҙ эштәренә намыҫ менән ҡарауҙарын теләр инек.Шул уңайҙан төркөмдәштәребеҙгә һорау: Һеҙҙе сауҙа нөктәләрендә нисек хеҙмәтләндерәләр? Районда эшмәкәрлек алып барған һатыу нөктәләре эше менән ризаһығыҙмы? Ниндәй хеҙмәттәрҙән файҙаланаһығыҙ? Үҙ хоҡуғығыҙҙы беләһегеҙме?

Рәсәй Федерацияһының «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законы – тауар һатып алыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса, тауарҙың сифатына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе төп норматив-хоҡуҡи акт. Ябай тел менән әйткәндә, был закон һатыусы йәки тауар етештереүсе менән һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә йүнәлтелгән. Тауарҙың йәки хеҙмәттәрҙең сифатына бәйле киҫкен мәсьәләләрҙә был документ ҙур көскә эйә. Ул ғәйеплене асыҡлап ҡына ҡалмай, дөрөҫлөктө иҫбат итә. Был үҙ нәүбәтендә ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ тауар һатып алыуҙан һаҡлаһа, тауар етештереүселәргә һәм һатыусыларға башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймай.
“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законды һәр кем белергә тейеш. Сөнки һәр ҡайһыбыҙ – ҡулланыусы.
Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Әгәр һатыусы һәм ҡулланыусы араһында низағ килеп тыуа икән, уны судҡа еткермәйенсә хәл итергә тырышырға кәрәк. Әлбиттә, һатыусыларҙың, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең үҙ эштәренә намыҫ менән ҡарауҙарын теләр инек.
Шул уңайҙан төркөмдәштәребеҙгә һорау: Һеҙҙе сауҙа нөктәләрендә нисек хеҙмәтләндерәләр? Районда эшмәкәрлек алып барған һатыу нөктәләре эше менән ризаһығыҙмы? Ниндәй хеҙмәттәрҙән файҙаланаһығыҙ? Үҙ хоҡуғығыҙҙы беләһегеҙме?
Читайте нас: