Инәккә газ килеүе хаҡында сәхифә
Инәктәр ике тиѕтә йылдан күберәк тәбиғи газ яға. ‡ҙемдең иѕтәлектәремде тәҡдим итеп, “Инәк” совхозы халҡы һәм шәхсән үҙемдең исемдән инәктәргә газ үткәреүҙә эскерһеҙ ярҙам иткән һәр кемгә, яҡташтарыбыҙға, ул саҡтағы район етәкселегенә, подрядсы ойошмаларға – Өфө ҡалаһының «Востокнефтепроводстрой» (В.Бобрик), «Газсантехмонтаж» (Күмертау, П. Кичигин) һ.б., шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең «Заветы Ильича» колхозы рәйесе В. Сипеменкоға рәхмәтемде еткергем килә. ”Комплекс” проект ойошмаһы етәкселәре Н. Максимовҡа, З. Маклинаға айырым рәхмәт – улар төҙөлөш барышында хужалыҡҡа газ үткәреү буйынса штаб ролен үтәнеләр, ойоштороусы булдылар, беҙгә уларҙың ҡарарҙарын ваҡытында тормошҡа ашырырға ғына ҡалды. Шул арҡала беҙ объекттарҙы 90-сы йылдар уртаһына тапшыра алдыҡ, ә Яңы Юл һәм Айыу ауылдарындағы кеүек 2000 йылда түгел.
Дәүләт кимәлендә ауылдарға газ үткәреү программаһы ҡабул ителгәс, был ҡарар беҙҙең совхозға ла килеп етте. Нәҡ ҡайһы көндә икәнен онотҡанмын, хәтирәләремде дөйөмләштереберәк яҙам.
Шулай, төштән һуң ул саҡтағы совхоз директоры Хәмит Арин улы Тажмөхәмәтов ашығыс рәүештә идара ағзаларын, хужалыҡ активын үҙенә йыйып алды. Унда совхозға газ үткәреү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Хәмит Арин улы Башҡортостанда газ үткәреү барышы, юғары баѕымлы Һарыҡташ – Таҙлар газ үткәргесен төҙөү торошо менән таныштырғас, сығышының аҙағында: “Беҙҙең өсөн бөтөнләй ят булған был мөһим эште кемгә тапшырырға? Бик оҙаҡ уйландым мин һәм баш энергетик Ҡәйүмовҡа йөкмәтергә булдым”, – тине. Мин, әлбиттә, ҡаршы төштөм, мин төҙөүсе түгел, тинем. “Һүҙ ҡуйыртырға әле ваҡыт юҡ, кәңәшмәнән һуң һөйләшербеҙ”, – тип ул минең ауыҙымды япты. Беҙ шулай иттек тә. Кабинетҡа ингәс, мине ҡаршыһына ултыртып ҡуйҙы ла һүҙ башланы:
– Һин мине күптән беләһең, ныҡлап уйламайынса бер ҡасан да ҡарар ҡабул итмәйем. Был осраҡта – бигерәк тә. Мин һинең ҡулыңдан килеренә ышанам. Бергәләп эшләрбеҙ, проблема килеп тыуһа, көн-төн тип тормай, теләгән ваҡытта шылтырат. Эш өсөн һиңә хеҙмәти машина бирәм…
Үҙенең дәлилдәре менән миңә ҡаршылашырлыҡ урын ҡалдырманы. Ризалаштым.
Ул төндө күҙгә йоҡо инмәне. Ни эшләргә? Эште ҡайҙан башларға? Беләм, Домбаровка-Һарыҡташ-Таҙлар юғары баѕымлы газ үткәргесе һалына, Васильевкаға еткәндәр. Бурылса ауылы халҡы геү килеп өйҙәренә газ үткәреп ята. Районға яҡташыбыҙ – Инәк кешеһе Марат Түләбаев етәкселек итә, ярҙамһыҙ ҡалдырмаѕ әле, тип өмөтләнәм. Ни булһа ла булыр, тәүҙә Иѕәнғолға барып, районға газ үткәреү өсөн яуаплы белгестәр менән танышып ҡайтам да иртәгеһенә – күрше Бурылсаға! Шулай хәл иттем.
Планеркала пландарым тураһында Хәмит Арин улына һөйләнем дә райүҙәккә юл тоттом. КПСС райкомы бинаһына индем, ҡаршыма 1-се секретарь Марат Сәйфулла улы үҙе тап булды. Ғәҙәттәгесә йылмайып күреште лә ниндәй йомош менән йөрөүемде белеште.
– Кисә мине совхозға газ үткәреү буйынса белгес итеп тәғәйенләнеләр. Бына, ошо өлкәләге белгестәр менән осрашып, кәңәшләшергә килдем әле.
– Инженер-газовиктарҙан уңманыҡ инде. Берәүҙе алғайныҡ, бер ай ҙа эшләмәне, һыпыртты, уның урынына килгәне икенсе көн инде эштә юҡ. Әлегә газ үткәреү эштәренә минең төҙөлөш буйынса урынбаѕарым Рәил Сарбаев кураторлыҡ итә. Ул автогараж тирәһендә булырға тейеш. Сөләймән Асҡарович, әгәр совхозға газ үткәреү менән етди шөғөлләнһәң, белеп ҡуй: финанслау йәһәтенән ҡытыршылыҡтар булмаясаҡ, – тине Беренсе.
Был һүҙҙәрҙең асылын 90-сы йылдар аҙағында төшөндөм һәм аҙаҡ гел хәтерҙә тоттом. Ниндәй алтын һүҙҙәр булған икән! Сөнки “Инәк” совхозында “аҡса юҡ” тигән төшөнсә бөтөнләй булманы. Токарь Борис әйтмешләй, 13 механиктың һәр береһенең кеѕәһендә запас частар алыу өсөн бер нисә миллион һумлыҡ лимитһыҙ чек кенәгәһе ятыр ине. Һуңғы 5 йылда фәҡәт совхоз аҡсаһына “Уралзолото” ойошмаһы ярҙамы менән Ишемғол–Михайловка-Ҡужабаҡ автоюлы төҙөлдө. Ишемғолда балалар баҡсаһы, Новониколаевкала урта мәктәп, Ҡужабаҡта башланғыс мәктәп төҙөүгә тос өлөш индерелде, ә производство объекттары хаҡында әйтеп тә тормайым.
Марат Сәйфулла улы һаубуллашып китеп барҙы, ә мин Р.Сарбаевты эҙләп таптым. Таныштыҡ. Ул хәл-торошто ентекләп һөйләне, пландар, маҡсаттар менән таныштырҙы. Башлыса ул Һарыҡташ–Таҙлар газ үткәргесе тураһында һөйләне, районға газ фәҡәт Таҙлар АГРС-ынан тараласағын, был хаҡта “Күмертаугаз” начальнигы В. Приказчиков бер нисә тапҡыр иѕкәртеүен әйтте. Алға китеп әйтәйем, аҙаҡ беҙ Рәил Сәлих улы менән коллегалар булып киттек, район хакимиәте башлығы булып киткәс, ул районға газ үткәреү бүлеге менән бәхәстәрҙә беҙҙе яҡлашты, газ үткәреү эшен тамамларға мөмкинлек бирҙе.
…Иртәгәһенә, алдан ниәтләгәнсә, таң менән Бурылсаға юл тоттом, ниәтем – колхоз рәйесе В.И. Сулименконы күреү ине. Мин барғанда, идарала наряд бөтмәгән, шау-гөр килеп ниҙер тикшерәләр. Көтөп торҙом да индем. Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы белә инек, сөнки запчасть эҙләп көн һайын тигәндәй уларҙа була торғайным. Ул заманда запчасть йәһәтенән Ырымбур өлкәһендә хәлдәр яҡшыраҡ ине. Мин килеүемдең маҡсатын аңлаттым. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Тәфсирләп аңлатты. Иң элек газ объекттарын проектлауға лицензияһы булған проект ойошмаһы табырға кәрәклеген әйтте.
– Хәҙер ундай ойошманы табыуы бик ҡыйын, проект ойошмалары ундай күләмле эшкә әҙер түгелдәр. Ырымбурҙа лицензияһы булғандар 5 йылға етерлек заказ алғандар, ваҡытыңды бушҡа уҙғарма, һин Башҡортостандан эҙләп ҡара. Йәнә шул: проект ойошмаһы табыу – бер бәлә булһа, проектҡа заявка әҙерләү – мең бәлә. Унда бөтәһе 53 пункт, һәр пунктты әҙерләү диплом эше яҙыуға бәрәбәр – һәр төрлө һандар, төрлө ойошмаларҙан, предприятиеларҙан, министрлыҡтарҙан белешмәләр, ҡарарҙар йыйырға… Һәр ойошма үҙен әллә кем итеп күрһәткеһе килә, инәлтә. 5-10 минутта әҙерләргә мөмкин булған справканы ла бирмәй, “беҙ һеҙҙең һорауҙы өйрәнербеҙ, яуапты алырға 5,10, хатта 45 көндән килерһегеҙ”, – тип ебәрәләр.
Әйтелгән ваҡытҡа киләһең. Улар, “хәҙер!” тиҙәр ҙә 5 минут эсендә эшләп тә бирәләр. Заявка әҙерләүгә ярты йыл ваҡытыбыҙ китте. Бына шулай хәлдәр, Сөләймән Асҡарович, һиңә үтә лә яуаплы эш йөкмәтелгән. Уңыштар теләйем. Шылтырат, кил – ҡулымдан килгәнсә ярҙам итермен, – тип йылы итеп һаубуллашып ҡалды ул. Ысынлап та, газды бергәләп үткәрҙек.
Ҡайтҡас, тәьѕораттарымды Хәмит Арин улы менән уртаҡлаштым. Ул кисекмәѕтән ¤фөгә барырға ҡушты. Иртәгәһенә үк уның машинаһында ¤фөгә табан елдерә инем инде. Ниәтем – тиҙ арала проект ойошмаһы эҙләп табыу. Барыһы ла Владимир Иванович киѕәткәнсә: берәүҙәре лицензия юҡлыҡҡа һылтана, икенселәре, бына яңы ғына алдыҡ, ти, өсөнсөләре муйындан заказға батыуын белдерә, дүртенселәре бер аҙнанан, бер айҙан килергә ҡуша…Буш йөрөп ҡайттым. Икенсегә Хәмит Арин улы менән икәүләп йөрөп сыҡтыҡ – һөҙөмтә булманы.
Бер аҙҙан тағы ¤фөгә барҙым, һуңғараҡ килерһегеҙ, тигән ойошмалар буйлап йөрөп сыҡтым. Файҙаһыҙ. Шулай ҙа бер ойошмала “Уфагражданпроект” проектлау институты базаһында яңыраҡ ҡына газ объекттарын проектлау буйынса кооператив ойоштороуҙарын, барлыҡ эштәрҙе башҡарыуға лицензия алыуҙарын әйттеләр.
Мин уларҙы бик тиҙ эҙләп таптым. Индем, һаулыҡ һораштым, килеүемдең маҡсатын әйттем. Улар, мине аптыратып, йылмайып ебәрҙеләр, йүгерешә башланылар, саҡ ҡосаҡлап алманылар инде. Ниһайәт, етди эш барлыҡҡа килде, тип хатта сәй ҡуйҙылар. Ентекләп һораштылар. “Начальник әлегә командировкала, бер аҙнанан ҡайта, шунда килерһегеҙ”, – тинеләр. Таныш һүҙҙәрҙе ишеткәс, кикерек төштө. Улар телефон номеры биреп, йылы итеп оҙаттылар.
Ҡайтып, Хәмит Арин улына түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем.
– Ниһайәт, өмөт ярсығы пәйҙә булды, – тип ҡыуанды ул.
Аҙна көндәлек мәшәҡәттәр менән “һә” тигәнсе үтеп тә китте. ¤фөгә шылтыратып һөйләштек, начальник ҡайтты, килә алаһығыҙ, договор төҙөү өсөн мисәт алырға онотмағыҙ, тинеләр теге оста. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡулдан трубка төшөп китә яҙҙы. Был беҙҙең өсөн, бәләкәй булһа ла, еңеү ине!
Иртәгәһенә йәнә ¤фөгә елдерҙем. Мине көтәләр ине. Начальник Р. Зорге урамындағы төп корпуста, тинеләр. Танышҡас та эшкә тотондоҡ. Николай Григорьевич шуларҙы әйтте:
– Ауылдарҙы газға тоташтырыу буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителгән икән, ул мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ. Тик ҡасан? Хикмәт ваҡытта. Йылдарҙы әрәмгә ебәрмәѕ өсөн беҙ шулай эшләйбеҙ. Проектлауға заявка алығыҙ ҙа килешеү төҙөгөҙ, килешеүҙә шик тыумаһын өсөн аванс түләүгә счет алығыҙ. Аҡса күскәс тә беҙ проектларға тотонорбоҙ. Йылылыҡ техникаһы өлөшөн башҡарыу өсөн һәр хужалыҡ буйынса мәғлүмәттәр кисекмәѕтән кәрәк булыр. Ҡалған мәғлүмәттәрҙе әҙер булыуына ҡарап бирерһегеҙ. Эште бер юлы алып барырға кәрәк, юғиһә ваҡытты күп юғалтасаҡбыҙ. Йылылыҡ техникаһы өлөшөн йырып сыҡҡас, һеҙгә материал эҙләү, алыу өсөн иркенлек асыласаҡ. Сөнки ҡулда аҡса була тороп та, уларҙы табыуы ҡыйын, өѕтәүенә шундай күп күләмдә. Һеҙгә тиҙ арала подрядсыны билдәләргә кәрәк. Был проектлау барышында ҡайһы бер коэффициенттарҙы үҙ-ара килешеү өсөн мөһим. Аҙаҡ мәшәҡәтләнмәѕ өсөн.
Николай Григорьевичҡа подрядсыбыҙ барлығын, ул В. Бобрик етәкселегендәге “Востокнефтепроводстрой” икәнлеген әйттем. Әммә Николай Григорьевич: “Беренсенән, улар оҙаҡ төҙөй; икенсенән, смета шундуҡ 20% күтәреләсәк”, – тип беҙҙең менән ризалашманы. ¤фөлә уларҙан шаҡтай ҡеүәтлерәк, бер-ике йыл инде етди эшһеҙ ултырған төҙөлөш ойошмалары барлығын әйтте. Мин ни өсөн был ойошманан баш тарта алмауыбыҙҙы, был ойошма етәксеһен Башҡортостан Юғары Советына беҙҙең райондан депутатлыҡҡа кандидат булырға өгөтләүебеҙ тураһында ҡыѕҡаса һөйләп бирҙем. Һәм беҙҙең директорҙың уның ышаныслы кешеһе булыуын, беҙҙең райондың уның өсөн нисек тырышыуын, тик ни бары бишме, алтымы тауыш етмәүен өѕтәнем. Шулай булыуға ҡарамаѕтан, ул беҙгә газ үткәреүҙә подрядсы булырға ныҡлы вәғәҙә биргәнен әйттем. Бына шуға ла беҙ бер нисек тә баш тарта алмайбыҙ. Николай Григорьевич иғтибар менән тыңланы ла: “Мәйлегеҙ”, – тине. Шулай ҙа ул беҙҙе ҡыҙыҡтырҙы һәм беҙ ул әйткән адрестар буйынса йөрөмәй, ул ниндәй подрядсылар икәнен ҡарамай булдыра алманыҡ.
Тәүге адрес буйынса килеп еттем дә юғалып ҡалдым. Ғәйәт ҙур офис. Ҡабул итеү бүлмәһендә секретарҙан башҡа бер кем юҡ. Баш инженер үҙендә булып сыҡты. Мине һорауҙарға күмеп ташланылар: проект бармы, уға ниндәй торбалар һалынған, нисә км төҙөргә кәрәк, ер-һыу ниндәй…Уларҙа ҡеүәтле техника, бынамын тигән бригада булыуын, әммә икенсе йыл инде етди эшһеҙ ултырыуҙарын әйттеләр. Уларҙа торбалар, фитинг, изоматериалдар барлығын, бер йылда яҡынса 30 км юғары баѕымлы газ үткәргес төҙөй алыуҙарын белдерҙеләр. Шунан ул хеҙмәткәрҙе саҡырып алды ла мине производство участкаһына оҙатып ҡуйырға, техниканы күрһәтергә ҡушты. Базаға киткәнгә тиклем мин уға башҡа предприятие менән һөйләшкән булыуыбыҙҙы, әммә бер ниндәй ҙә ҡарарға килмәгәнлегегебеҙҙе әйттем.
База ¤фөнән ситтә урынлашҡайны. Унда тап-таҙа, өр-яңы япон техникаһы тигеҙ саф булып теҙелеп киткән. Импортты тәүгә күреүем, һушым алынды. Нимә генә юҡ: сүмесле һәм роторлы экскаваторҙар, крандар, торба һалғыстар…Төрлө диаметрлы торбалар иһә тулып ята. Иѕ киткес! Экскурсиянан һуң ҡабат офисҡа килдек. Мин килеүгә документтар әҙерләп ҡуйылғайны, имзамды ҡуйып, мисәт баѕтым. Ниһайәт, тәүге аҙым яһалды.
Икенсе аҙым – заявка биреү. Эйе, Владимир Иванович Сулименко әйткән заявка. Унда бөтәһе 50-нән ашыу пункт. Унда нимә генә юҡ: СССР Госпланынан газға лимит алыуҙан башлап Балыҡсылыҡ хужалығы министрлығынан лимит алыуға тиклем – барыһы ла бар. Ҡайтҡас, тура Хәмит Арин улы янына индем. Минең отчетым уны рухландырып ебәрҙе. Подрядсы тураһында шуны әйтте: “Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән үҙе баш тартмаһа, аѕһалар ҙа, киѕһәләр ҙә – подрядсыны алмаштырмаясаҡбыҙ. Юғиһә, унан һуң беҙ кем булып сығабыҙ?!”
Х. Тажмөхәмәтов бик әҙәпле кеше. ‡лһә, үлер – әммә әйткән һүҙенән ҡайтмаѕ. Вәғәҙә биргән икән – мотлаҡ үтәй. Был уның тормош девизы. Хәйер, беҙгә ҡайҙа ашығырға, газ үткәргес Таҙларға килеп еткәнсе әле. “Башланғыс һалынды. Әйҙә, Сөләймән, ашханаға, самауыр янында сәйләтеп алайыҡ”, – тине Хәмит Арин улы. Беҙ шулай эшләнек тә.
Иртәгәһенә ыҙа сигеп йөрөүҙәр башланды. Күпме ваҡытты алғандыр, белмәйем, шулай ҙа беренсе нәүбәттә кәрәкле документтарҙы тиҙ арала әҙерләп, институтҡа илтеп тапшырҙыҡ. Иртәгеһенә үк аҡса ла күсерелде. Бына шулай, эш “хут”ҡа китте.
Бер мәлде Бурылсаға запчасть артынан барырға тура килде. МТМ-ла Владимир Ивановичты осраттым. Хәл-әхүәл һорашҡас, ул әйтеп ҡуйҙы: “Беләһеңме, Сөләймән Асҡарович, минең һиңә тәҡдимем бар. Ниңә беҙгә газ үткәргесте Таҙларҙан һуҙабыҙ әле, унда бит рельеф ҡатмарлы, тауҙар, етмәһә, бер түгел, ике йылға аша үтергә… Бик ауырға тура киләсәк, күпме ваҡыт әрәм буласаҡ. Тура Бурылсанан, Михайловка аша һуҙығыҙ. Рельеф бынамын тигән, тигеҙ, хет иртәгәнән башлағыҙ. Һарыҡташтан Таҙларға газ килеп еткәнсе, һеҙ тамамлап та ҡуйырһығыҙ”. Баҙап ҡалдым: идея һәйбәт тә ул, тик рөхсәт итерҙәрме?
Шунда уҡ теге 53 пункт һәм заявка иѕкә төштө, шуны уҡ Ырымбур өлкәһе буйынса йыйырға бит. Әммә Владимир Иванович мине тынысландырҙы: “Борсолма, Ырымбур өлкәһен үҙ өѕтөмә алам. Баштан үтте инде”.
Ҡайтҡас, Хәмит Арин улына хәлде һөйләп бирҙем. Уға идея оҡшаны, ҡыҙығып китте. “Районды үҙ өѕтөмә алам, тик “Күмертаугаз” менән ни эшләргә?” – тип һораны. Әлегә сабыр итәйек, йылылыҡ-техник иѕәп-хисап эшләнгәс, күҙ күрер, тинем.
Эш бер минутҡа ла туҡталманы. Көн һайын булмаһа, көн аша тигәндәй ойошмалар буйлап саптым, заявка буйынса мәғлүмәттәр йыйҙым. Тиҙҙән беҙгә йылылыҡ-техник иѕәп-хисабын тапшырҙылар, эш тағы ла артты. Беҙгә ниндәй йыуанлыҡтағы ҡайһы торбаны күпме алырға кәрәклеген әйттеләр. Бар көстө торба һатып алыуға йүнәлттек, мөмкин булған ҡәҙәр һәр кемде йәлеп иттек. Бер мәлде мине Хәмит Арин улы саҡыртып алды ла, Мәскәүгә, СССР нефть һәм газ сәнәғәте министрлығына барып, торба тураһында һөйләшеп ҡайтырға ҡушты. Самолетҡа билет хәстәрләп ҡуйылғайны.
Бына беҙ Мәскәүҙә. Министрлыҡты, кәрәкле кешеләрҙе таптыҡ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, беҙгә ярҙам итергә вәғәҙәләнеләр бит әй! Аҙаҡ тағы бер нисә тапҡыр Мәскәүгә осорға тура килде, беҙҙе онотоп ебәрмәһендәр тип, торба ҡасан булырын белешеп торҙоҡ.
Йәнә бер мөһим мәсьәләне хәл итергә кәрәк ине – “Күмертаугаз”дан техник шартты (ТУ-техническое условие) нисек алырға? Сөнки буласаҡ трассаның яҙмышы шуға бәйле. Мин уларға киттем. Предприятие начальнигы кабинетына инер-инмәѕтән, һүҙ башланым. “Беҙ газ үткәреү менән шөғөлләнәбеҙ, ТУ алырға килдем”, – тинем дә фирменный бланкты тотторҙом. Ул, быға иғтибар итмәгәндәй, Хәмит Арин улының һаулығын һорашты. “Газ үткәреп бөткәнсе уның һаулығы бынамын тигән буласаҡ!” – тип яуапланым мин. “Һеҙҙең директор оптимист, 20 йыл алдан һаулығын билдәләп ҡуйған”, – тип йылмайҙы ла имзаһын ҡуйҙы. “Был эш шулай 20 йылға һуҙылырмы икән ни?!” – тип шөбһәләнеп сығып киттем. Сыҡҡас, ҡағыҙҙы ҡараһам, күҙемә ышанмай торҙом, “ПТО начальнигына, хәл итергә”, – тип яҙылғайны унда. “Ярты эш эшләнде, тимәк!” – тип ҡыуандым эстән генә. ПТО начальнигына инеп торманым: артыҡ һорау бирә башлаһа, йә эште боҙоп ҡуйырмын. Ҡайтып, хатҡа буласаҡ трассаның маршрутын яҙып бөтөргә лә иртәгеһенә килеп ТУ алырға. Шулай эшләнем дә. Техник шартты бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ бирҙеләр. Тимәк, газ үткәргескә юл асылды. Мин шундуҡ проект институтына шылтыратып, ТУ әҙер булыуын, ҡурҡмай, проектлауға тотонорға мөмкин булыуын әйттем. Буласаҡ трассаның грунт торошон билдәләү һәм газ үткәргесте проектлау өсөн ике көндән быраулау машинаһы килеп етте.
Хәҙер беҙҙең алда бер генә бурыс: нисек тә булһа торба табыу. Мәскәү ярҙам итәме-юҡмы – өҙөп кенә әйтә алмайбыҙ. Владимир Иванович ике адрес бирҙе: береһе – Ҡаҙағстан, икенсеһе – Ырымбур өлкәһе. Хәмит Арин улы менән Ырымбур өлкәһенә юл тоттоҡ. Ысынлап та, унда торбалар бар, тик ГОСТ буйынса беҙгә тап килмәй.
Заявкалар буйынса Владимир Иванович менән бергәләп эшләйбеҙ, ул – Ырымбур өлкәһендә, мин – Башҡортостанда. Ырымбур өлкәһе буйлап бергәләп тә йөрөп киләбеҙ. Бер нәмәгә иғтибар иттем: күршеләргә ҡарағанда Башҡортостанда бюрократия күберәк.
Бер мәлде бер юлы ике һөйөнөслө хәл булды. Беренсеһе – СССР Госпланы тарафынан раѕланған газ лимитын почта аша ¤фөгә ебәрә алдым, был заявкала төп документтарҙың береһе ине. Икенсеһе – Рәил Сәлих улы шылтыратып, телеграмма килеүен, кисекмәѕтән Мәскәүгә, торбаға наряд алырға барырға кәрәклеген әйтте. Мин барыһын да Хәмит Арин улына хәбәр иттем, ул миңә Мәскәүҙән һуң тура заводҡа (Днепропетровск, Украина) барырға, үҙем менән Низаметдиновты алырға ҡушты. Кәрәкле документтар туплауға ике көн китте. Беҙ торбаларҙы тейәп ебәреү өсөн Төйлөгән һәм Һарыҡташ тимер юл станцияларының реквизиттарын, йәнә Днепропетровскиҙа йәшәгән яҡташыбыҙ Хөббулла ағайҙың (Гизетдин Ғөбәйҙуллиндың абзыйы) алдыҡ та ҡуҙғалдыҡ.
Мәскәүҙә Днепропетровскиҙағы Карл Либкнехт исемендәге заводҡа наряд алдыҡ. Ҡала бик матур, таҙа, кешеләр ҙә һөйкөмлө, итәғәтле, алсаҡ булып сыҡты. Хәтеремдә: беҙгә кәрәк адрес буйынса берәүҙән юл һорағайныҡ, үтеп барған һәр кем туҡтай башланы, кешеләр йыйылып китте, һәр береһе нисек турараҡ барыу мөмкинлеген аңлатырға тотондо.
Хөббулла ағай беҙҙе әйҙүкләп ҡаршы алды, оҙон юлдан һуң асыҡҡанһығыҙҙыр, тип ҡыѕтап-ҡыѕтап ашарға ултыртты. Табындан һуң тыуған яҡтар, яҡташтар, ауыл тураһында яйлап һорашты. Башҡорт һәм татар радио станциялары ҡайһы тулҡындарҙа эшләүе менән ҡыҙыҡһынды, туған телен бик һағыныуын белдерҙе.
Иртәгәһенә иртә менән заводҡа киттек. Тәьминәт бүлегендә документтарҙы һәм тимер юл станцияларының реквизиттарын ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ.
Проектлау тулы ҡеүәткә барҙы. Беҙ Ишемғол һәм Яңы Себенле ауылдарында урам селтәрҙәрен проектлау буйынса йәнә бер төркөм булдырҙыҡ. Һүҙ фәҡәт газ тирәләй барҙы. Көндәрҙең береһендә беҙгә йәнә уңыш йылмайҙы. Шулай, бер мәлде ағайым Татарстандан килгән ҡунаҡ Хәсән Йосопов хөрмәтенә табын йыйҙы. Легендар “Родина” колхозы рәйесе Рәфҡәт Әхмәт улы Фәйзуллин да саҡырылғайны. Һүҙ йәнә газ тирәһендә ҡуйыра башланы. Мне һорауҙарға күмеп ташланылар: эштэәр нисек тора, газ ҡасан була, газ үткәреү ҡайҙан башлана, торба таптығыҙмы әле… Мин хәл-торошто ентекле һөйләп бирҙем, эштең изоляция материалына килеп терәлеүен, заводта сират ҙур булыуын, бик әҙ генә биреүҙәрен, ә беҙгә тиѕтәләгән тонна кәрәклеген әйттем. Шул саҡ Рәфҡәт Әхмәт улы:
– Мин һеҙгә ярҙам итәм. Заводтың генераль директоры – минең дуѕым, мин уға шылтыратып әйтермен, – тип әйтеп һалды. Ә Татарстандан килгән ҡунаҡ – Хәсән ағай:
– Нишләп торбаны әллә ҡайҙан ситтән эҙләйһегеҙ? Уны бит беҙҙҙең Әлмәттә етештерәләр. Беҙҙекеләр шунан ала, – тип адрес тотторҙо. Шул көндө үк был хаҡта Хәмит Арин улына еткерҙем.
Иртәгәһенә Мин Әлмәт тарафтарына юл тота инем инде. Ысынлап та, завод беҙгә кәрәкле үлсәмдә изоляцияланған спираль-шовлы газ торбалары етештерә икән. Тик беҙҙең проектта – башҡа ГОСТ торбалары. Проектлау институтына шылтыратып, бындай торбалар яраймы икәнен белештем. Ыңғай яуап ишеттем. Заводтың баш инженерына хат менән инеп, торба алыуға документҡа ҡул ҡуйҙырҙым. Аҡса мин ҡайтҡандың иртәгәһенә үк күсерелде. Ышаныс ҡағыҙы һәм станцияның реквизиттары бар ине инде.
Торбалар артынан Риф Әминев ебәрелде, сөнки тап шул көндө Хәмит Арин улына Рәфҡәт Әхмәт улы шылтыратты – кисекмәѕтән заводҡа изоляция таѕмаһы алырға барырға кәрәк икән. Мин шунда киттем. Рәфҡәт Әхмәт улы мине көтә ине инде. Ул мине кәрәкле кабинеттар буйлап оҙатып йөрөнө, барыһын да бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ яҙып бирҙеләр.
Ошо уҡ йылдың ҡара көҙөндә Әлмәттән – Төйлөгәнгә, Днепропетровскиҙан Һарыҡташҡа бер үк ваҡытта торбалар килеп етте. Мин хатта юғалып ҡалдым. Аптырап, Хәмит Арин улы янына индем. “Бушҡа аптырама, Сөләймән. Торба беҙҙеке, килгән икән – бер ҡайҙа ла китмәѕ”. Был торбаларҙы ташып алыу газ үткәреү эшендә – миллиондан бер өлөштөр, әммә ауырлығы буйынса төп урындарҙы биләй. Уны ташыуҙа ҡатнашҡан кешеләр нисек ауыр булыуын әле булһа иѕләй.
Ниһайәт, Бурылса – Ишемғол газ үткәргесе тәүге сиратының проекты әҙер булды. Уның буйынса ризалыҡ алыу процесы башланды. Бик шыма ғына барманы. Ҡаршылыҡҡа осраныҡ: Ырымбур ҡалаһының Ростехнадзор инспекторы газ үткәргесебеҙҙең врезка урынын оҡшатманы. “Күмертаугаз” да имза ҡуймай йөрөттө. Ярай әле, тиҙ хәл ителде.
Ишемғол, Яңы Себенле ауылдарының урам селтәрҙәре проекты ла тамамланды. 1992 йылдың декабренә газ үткәргес төҙөүгә тулыһынса әҙер инек. Ауылдарҙа урам селтәрҙәре төҙөү өсөн беҙ өс ойошма – Күмертауҙан “Газсантехмонтаж” (етәксеһе П.Кичигин), Мәләүездән “МП Газ” (А. Дегтярев), Ырымбурҙан “ Спецгазмонтаж” (М. Мостафин, Л. Сенникова) – менән килешеү төҙөнөк. Эште улар бер-береһенә ҡамасауламаѕлыҡ итеп ойошторҙоҡ.
1995 йылдың сентябренә Бурылса – Ишемғол юғары баѕымлы газ үткәргесе, Ишемғол, Яңы Себенле ауылдарының урам селтәрҙәре төҙөлөп бөттө. Ниһайәт, күптән көткән тантаналы мәл етте – факел ҡабынды. Унан һуң ике аҙна буйы 10 кешенең өйөнә газ үткәреп йөрөнөк. Улар йылытыу миҙгеле етеүгә ҡарамаѕтан, беҙгә ышандылар – мейестәрен һүтеп алып, өйҙәрен газ индереүгә әҙерләп ҡуйғайнылар. Аҙаҡ уларҙан кеше өҙөлмәне: күршеләре, туғандары, дуѕтары экскурсияға килә башланы, йәнәһе, бөтәһе лә төҙөк эшләйме, өйҙә йылымы… Аҙаҡ халыҡ беҙгә тамам ышанды, барыһы ла өйҙәренә газ үткәрергә тотондо.
1996 йылда ҡаҙанлыҡтар, йорт-фатирҙар газға тоташтырылды, газ үткәргестең икенсе сираты (Ҡужабаҡ – Яңы Николаевка) төҙөлдө. 1997 йылда тотош районда газ үткәреү барышына етәкселек итеүсе бүлек барлыҡҡа килде. Әллә финансҡа бәйле проблемалар күбәйҙеме, әллә уларға бөтә иғтибар Инәккә генә бүленеп, унда эш үтә йылдам бара кеүек тойолдомо – нимә генә булһа ла ошо йылдан аңлашылмаусанлыҡтар башланды, эш кирегә китте. Подрядчиктарыбыҙ берәмләп китеп бөттө. Артабан совхозға газ үткәреү эше ошо бүлек контроленә күсте, беҙҙең ҡыѕылыш булманы. Шул сәбәпле Ҡужабаҡ, Вәлиша ауылдарына, Яңы Николаевкалағы “утрау”ға газ шаҡтай һуңлабыраҡ килде. Хәҙерге көндә беҙҙең газ үткәргестә Ырымбур өлкәһенең 6 ауылы, Яңы Юл һәм Айыу ауылдары ултыра. “Инәк” совхозына газ үткәреү ҡиссаһы бына шунан ғибәрәт.