Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Май 2020, 17:07

Ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә!

Башҡортостанда 700 меңдән артыҡ бала 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ.

Башҡортостанда 700 меңдән артыҡ бала 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Был түләүҙәрҙе алыу өсөн ата-әсәләрҙән ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә, ашығырға кәрәкмәй, тип билдәләне республика Хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова. “Владимир Путин әйткән иң шау-шыулы түләүгә килгәндә, 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалары булған барлыҡ ғаиләләргә, килемдәренең күпме булыуына ҡарамаҫтан, бер тапҡыр һәр балаға 10 мең һум күләмендә пособие түләнәсәк”, – тине ул.
Пособиены түләүҙе рәсмиләштереү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында кәрәкле мәғлүмәтте, шул иҫәптән аҡса күсереү иҫәбен дә индереп, ғариза бирергә кәрәк. Йәки Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түләүҙәр Пенсия фондының территориаль бүлеге тарафынан 2020 йылдың июненән тормошҡа ашырыла.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе:
- Әлбиттә, мин Рәсәй Президентының был аҙымын хуплайым. Бөгөн ғаиләләргә ярҙам айырыуса мөһим. Уны, матди хәленә ҡарамаҫтан, бөтә ғаиләләр ҙә алыуы маҡтауға лайыҡ. Был бик ваҡытлы һәм етди ярҙам тип иҫәпләйем. Беҙ был көндәрҙә төрлө ғаиләләр менән аралашабыҙ, араларында күп балалылары ла бар. Әлбиттә, улар бындай хәстәрлеккә бик рәхмәтле. Тағы шул: күп балалар был аҡсаға нимә алырға икәнен үҙҙәре хәл итә. Улар хәҙер бик зиһенле һәм аҡыллы бөгөн, Президент аҡсаны нәҡ улар өсөн бүлеүен белә. Үҙҙәренә кәрәк әйберҙәр тураһында һүҙ йөрөтөп, хәҙер белем алыу өсөн мотлаҡ булған планшеттарҙы алырға теләүселәр күп. Ҡыҫҡаһы, был 10мең һум иң кәрәк әйберҙәргә генә тотоноласағына шикләнмәйем.
Читайте нас: