Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Июнь 2020, 13:00

Изгелек һәм мәрхәмәтлек армияһы

8 июнь – СОЦИАЛЬ ХЕҘМӘТКӘРҘӘР көнөРайоныбыҙҙың социаль хеҙмәткәрҙәре ярҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала. Халыҡты социаль яҡлауҙа урындағы “Нур” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ. Лариса Хәсәнова “Ғаилә” үҙәгендә 2001 йылдан, дөрөҫөрәге, ойошма барлыҡҡа килгәндән алып эшләй. Республикала иң беренселәрҙән булып асылған Үҙәктең “нигеҙ ташын” һалыуҙа күп көс түккән белгес, тәүге бинаны рәткә килтереү, хатта янындағы икенсе бинаны һылауҙа ла улар ҡатышҡан.

8 июнь – СОЦИАЛЬ ХЕҘМӘТКӘРҘӘР көнө
Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был көн пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға һ.б. ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеүселәргә арнала.
Районыбыҙҙың социаль хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими рәүештә хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала. Халыҡты социаль яҡлауҙа урындағы “Нур” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ.
Лариса Хәсәнова “Ғаилә” үҙәгендә 2001 йылдан, дөрөҫөрәге, ойошма барлыҡҡа килгәндән алып эшләй. Республикала иң беренселәрҙән булып асылған Үҙәктең “нигеҙ ташын” һалыуҙа күп көс түккән белгес, тәүге бинаны рәткә килтереү, хатта янындағы икенсе бинаны һылауҙа ла улар ҡатышҡан. Бергә эш башлаған иптәштәренән әле Розалия Татлыбаева ғына ҡалған. Ошо байтаҡ ваҡыт эсендә Лариса Ирек ҡыҙы үҙен яуаплы, ярҙамсыл, клиенттарға иғтибарлы белгес итеп күрһәткән. Ул мохтаждар өсөн тейешле документтар әҙерләүҙә ярҙам итә, райондың имен булмаған, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүҙә хәстәрләй, Яңы Себенле, Таҙлар һәм Үтәғол ауыл биләмәһе ғаиләләре менән кураторлыҡ итә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаты, балалар пособиелары юллауҙа һ.б. шундай документтарға бәйле эштәрҙә уның ярҙамын тоялар.
Лариса Ирек ҡыҙы ҡыҙы тормош юлдашы Альберт Әхмәтдин улы менән өс балаға ғүмер биргәндәр, оло улдары Руслан – 9-сы, икенсе улдары Артур 4-се класты тамамлаған, кескенәләре – ҡыҙҙары Азалия “Ләйсән” балалар баҡсаһына йөрөй.
Хеҙмәтенән йәм табып, кешеләргә ярҙам итеүҙе үҙенең һөнәри генә түгел, күңел талабы тип тә йәшәгән Лариса Хәсәнованы һәм барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.
Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Һеҙҙең дә ярҙамға мохтаждарға күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын!
Читайте нас: