"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Июнь 2020, 11:00

Миһырбанлы кешеләр эше

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Хөрмәтле халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе Һөнәри байрамығыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотлайым!
Социаль сәйәсәт өлкәҺендә дәүләт бурыстарын хәл итеүҙә, ярҙамға мохтаж булғандарҙы яҡлау программаларын тормошҡа ашырыуҙа нәҡ Һеҙ, социаль хеҙмәткәрҙәр, айырыуса ҙур роль уйнайҺығыҙ. Һуңғы йылдарҙа Һеҙҙең эшегеҙҙә күп яңы нәмәләр барлыҡҡа килде: комплекслылыҡ Һәм инновацион алымдар индерелә, граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы формалары Һәм ысулдары үҙләштерелә. Әммә ниндәй генә үҙгәрештәр Һәм яңылыҡтар индерелмәҺен, кеше факторы – Һеҙҙең белемегеҙ Һәм тәжрибәгеҙ, миҺырбанлылыҡ Һәм шәфҡәтлелек, мохтаждарға Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыу уңышлы эшегеҙҙең төп шарты булып ҡала.
Иң яҡшы профессиональ һәм кешелеклелек сифаттарын беҙ әлеге ябай булмаған мәлдә күрәбеҙ, һеҙ пандемия шарттарында мохтажлыҡ кисергән граждандарға ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ һәм таяныс булып тораһығыҙ. Төрлө йәштәге һәм социаль хәлдәге меңәрләгән кешеләр һеҙҙең хәстәрлек менән солғанған. Уларҙың яҙмышы Һәм проблемаларының хәл ителеше күп йәҺәттән Һеҙҙең профессионаллеккә, ярҙамсыллыҡҡа Һәм иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙгә бәйле.
Еңел булмаған, көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ, түҙемлегегеҙ, изгелегегеҙ һәм кешеләр күңелендә киләсәккә ышаныс уятыуығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла бөтә йөрәктән Һаулыҡ, бәхет, ябай булмаған, әммә изге эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә татыулыҡ һәм именлек теләйем!

Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

Читайте нас: