Быйыл 84 медицина ойошмаһына 1061 ноутбук алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цирфлаштырылған контур булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған.
Ноутбуктар республиканың үҙәк район дауаханаларының фельдшер-акушер пункттарында фельдшерҙарҙың эш урынын йыһазландырыу һәм табип бригадалары өсөн тәғәйенләнгән.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, автоматлаштырылған эш урыны “Башҡортостан Республикаһының медицина мәғлүмәт-аналитик системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташа. Был пациенттарҙың электрон картаһын алып барырға, табипҡа ситтән тороп яҙылырға, телемедицина консультацияһы үткәрергә, тикшереүҙәрҙе электрон рәүештә формалаштырырға, тапшырырға һәм һөҙөмтәһен алырға булышлыҡ итә.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.