Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Ноябрь 2020, 19:00

Иҫәп алыусыны нисек танырға?

#иҫәптәләһандалабулайыҡ #перепись #ВПН2020 #переписьнаселения#ВПН2020Башкортостан #ВПНЗианчуринскийрайон 2021 йылдың апрелендә иҫәп алыусылар Рәсәйҙең һәр йортына һәм һәр фатирына киләсәктәр. Уларҙың таныуы еңел: переписчиктар өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу символикаһы төшөрөлгән жилет, шарф һәм сумкалар, шулай уҡ электрон планшеттар етештерелде.Иҫәп алыусы һеҙгә таныҡлыҡ һәм паспорт күрһәтәсәк. Шик ҡалдымы? Тулы статьяны сайтта уҡығыҙ.

2021 йылдың апрелендә иҫәп алыусылар Рәсәйҙең һәр йортына һәм һәр фатирына киләсәктәр. Уларҙың таныуы еңел: переписчиктар өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу символикаһы төшөрөлгән жилет, шарф һәм сумкалар, шулай уҡ электрон планшеттар етештерелде.
Иҫәп алыусы һеҙгә таныҡлыҡ һәм паспорт күрһәтәсәк. Шик ҡалдымы? Перепись участкаһына йәки полицияның участка уполномоченныйына шылтырата алаһығыҙ.
Әгәр иҫәпкә алыусы килгәндә һеҙ өйҙә булмаһағыҙ, ул записка ҡалдырасаҡ һәм икенсе ваҡытта киләсәк. Һеҙ шулай уҡ яҡындағы иҫәп алыу участкаһына шылтыратып иҫәп алыусының килеү ваҡыты тураһында килешә алаһығыҙ.
Ә иң ябайы – дәүләт хеҙмәттәре сайтында үҙаллы иҫәпкә алыныу. Һәм, переписчик килһә, һеҙгә һанлы кодты хәбәр итергә йәки QR-кодты күрһәтергә генә кәрәк. Һанлы код (йорт хужалығында йәшәгән һәр кешегә) һәм QR-код (йорт хужалығына берәү) дәүләт хеҙмәттәре сайтында һеҙ иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын тултырғас автомат рәүештә ебәреләсәк.
Нәркәс Ҡылысбаева, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2020 мәсьәләләре буйынса уполномоченный.
Читайте нас: