Социаль өлкә
13 Мая 2021, 03:45

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың ҡотлауы

13 май – Ураҙа ғәйетеХөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайым!

13 май – Ураҙа ғәйете
Хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе Ураҙа байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайым!
Изге Рамаҙан айының тамамланыуын белдергән ошо яҡты көн – барыһы өсөн дә уртаҡ булған изгелекте һәм миһырбанлыҡты, ғәҙеллекте һәм кешелеклелекте, шәфҡәтлелекте һәм яҡыныңа һөйөүҙе кәүҙәләндергән юғары әхлаҡи ҡиммәттәр билдәһе ул. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, мохтаждар тураһында хәстәрлек күреү, ололарға иғтибар биреү һәм йәштәрҙә толерантлыҡ тәрбиәләү бигерәк тә мөһим.
Районыбыҙҙағы төрлө дин вәкилдәре араһындағы бер-береңә ышаныс һәм аңлашыу киләсәкте лә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡтың ныҡлы нигеҙе булып торасағына, йәмғиәтте миһырбанлылыҡтың юғары нормаларын раҫлауға һәм шәфҡәтлелек традицияларын байытыуға булышлыҡ итәсәгенә ышанам.
Ошо изге Ураҙа байрамы көндәрендә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем. Һәр йортта шатлыҡ һәм йылылыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ тантана итһен!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас