Социаль өлкә
22 Мая 2021, 09:20

Шөкөр, зыян күреүселәр юҡ

Кисә «Пежо Боксер» пассажир автобусы янып китә. Салонда водитель генә була.

Кисә «Пежо Боксер» пассажир автобусы янып китә. Салонда водитель генә була.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Әбйәлил районда 2010 йылғы «Пежо Боксер» пассажир автобусы янып китә. Был хәл Хәлил ауылы янында, автобус туҡталышы ҡаршыһында була.
Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.
Автобус пассажирҙар ташыу өсөн теркәлмәгән була.
Хужаһы автобусты маршрутта йөрөтөү өсөн алған. Тормоздарын тикшереү өсөн Әбделмәмбәттән Булат ауылына барып кире ҡайтырға сыға. Капот аҫтынан төтөн сыға башлағас, автомобилде туҡтата.
Янғындың сәбәбе һәм зыян күләме асыҡлана.
Читайте нас