Социаль өлкә
30 Мая 2021, 05:13

Барыһы ла хәүефһеҙлек өсөн

Ейәнсура районындағы Ғаилә хеҙмәте Онотолмаҫлыҡ ял көнө ойошторҙо.“Дуҫлыҡ” паркында “Хәүефһеҙ йәй” исеме аҫтында сираттағы ял үтте.

Ейәнсура районындағы Ғаилә хеҙмәте Онотолмаҫлыҡ ял көнө ойошторҙо.
“Дуҫлыҡ” паркында “Хәүефһеҙ йәй” исеме аҫтында сираттағы ял көнө үтте.
Сарағ а 77-се янғын хәүефһеҙлеге һағы, Ейәнсура районының ЮХХДИ-һы һәм Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы йәлеп ителде
Һәр ойошма үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, йәй осоронда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Ҡунаҡтарҙың оҫталыҡ дәрестәренән һуң Ғаилә хеҙмәте алған белемдәрен нығытыу буйынсахәрәкәтле уйындар ойошторҙо. Балалар был көндө янғын һүндереүсе лә, полицейский ҙа, хатта медик та булдылар.
Ғаилә хеҙмәте ҙур рәхмәттәрен янғын иһүндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Александр Жиров һәм Фидан Юлдашбаевҡа, ЮХХДИ бүлеге начальнигы Илнур Бакировҡа, “Тиҙ медицина ярҙамы” фельдшеры Вера Ҡолтаеваға, шулай уҡ һәр ҡатнашыусыға сарала әүҙем булғандары һәм яҡшы кәйеф өсөн рәхмәттәрен белдерә.
Читайте нас