Муниципаль район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡотлай.
Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр һәм тармаҡ ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Был юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған, үҙҙәренең энергияһын, рухи көсөн, ваҡытын йәлләмәй, мохтаждарға ихлас ярҙам итеүселәр байрамы. Беҙ һеҙгә еңел булмаған, әммә кәрәкле хеҙмәтегеҙ, түҙемле, сыҙам булыуығыҙ, кешеләргә файҙалы булырға тырышыуығыҙ һәм изгелеккә ынтылыуығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.
Киләсәктә лә һеҙҙең эшмәкәрлек юғары профессионаллек, ярҙамсыллыҡ һәм миһырбанлылыҡ менән айырылып торасағына, ә һеҙҙең иңдәрҙә ятҡан ҙур яуаплылыҡ йөгөн кешеләрҙең уларға ҡарата күрһәткән хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре еңелләштерәсәгенә ышанам.
Был байрам көнөндә район социаль хеҙмәттәренең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә мохтаждарға терәк-таяныс булыуы, ярҙамсылллығы, башҡаларҙың яҙмышына битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, яҡшы кәйеф, Ейәнсура районы халҡы именлеге хаҡына изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем!