Яңыраҡ булған социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә Ейәнсура районындағы Ғаилә хеҙмәте белгесе Финиза Минәхмәт ҡыҙы Хәйруллина күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының миҙалы менән бүләкләнде. Әлбиттә, награда тапшырыу тураһында 2019 йылда уҡ ҡул ҡуйылған булһа ла, ҡәҙерле награда хужаһын яңы килеп тапты.
Финиза Минәхмәт ҡыҙының бүләкләнеүе осраҡлы түгел, 21 йыл райондың опека бүлегендә ябай хеҙмәткәрҙән етәксе дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән, һәм әле лә ошо өлкәлә хеҙмәт юлын дауам иткән белгес быға лайыҡ.
Тулы мәҡәләне гәзит битендә уҡығыҙ.